

2022 йылдың 2 ноябрендә Волга буйы федераль округының "ФормART" стрит-арт фестивале еңеүселәре билдәле булды. Улар округтың бөтә төбәктәре менән онлайн форматта уҙған тантаналы сара барышында асыҡланды.
Финал этабында, ғәҙәттәгесә, йәмәғәт тауыш биреүе уҙғарылды, унда Рәсәйҙең һәр кешеһе ҡатнаша алды, шул иҫәптән - төбәк һәм федераль кимәлдәге эксперттар. Тауыш биреүҙә бөтәһе 111 меңдән ашыу кеше һәм 90-ға яҡын эксперт ҡатнашты.
"Фестиваль йылдан-йыл үҫешә. Ул ике йыл элек Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың тәҡдиме менән башланды һәм эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, дистанцияла уҙғарылды.
Бөгөн яңы формалар, фекерҙәштәр менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу талап ителә. Беҙ бының өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ. Киләсәктә ул иң яҡшы тәжрибәләрҙе өйрәнеү өсөн генә түгел, ә йәштәрҙә яңы йүнәлештәр, креатив фекерләү, сәләмәт мәҙәни ҡиммәттәр формалаштырыу өсөн дә етди майҙансыҡҡа әүерелер тип ышанам", - тине тулы хоҡуҡлы вәкил урынбаҫары Олег Машковцев.
Баһалауҙар иҫәбе буйынса, Башҡортостандан Артур Мөжиповтың "Күсмә халыҡтар ҡурсалаусыһы" эше еңеүсе булды! Авторҙың әйтеүенсә, "һүрәттә Һомай милли кейемдәге башҡорт ҡыҙы образында һүрәтләнә. Милли кейемдә халыҡтың этник үҙенсәлектәре, рухи мәҙәниәте, инаныуҙары сағылыш таба. Өлкән быуын костюм ярҙамында киләсәк быуынға халҡының мираҫын тапшыра, тарихын һөйләй".
Икенсе урынды Һамар өлкәһенән Семён Ефентьев, өсөнсөнө "Ижад" атамалы граффити менән Сыуаш Республикаһынан Алексей Чернев алды.
Фото: "Башинформ".
Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2022-11-02/be-e-bash-ort-y-y-nis-nse-3014089