Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
1 Ноябрь 2022, 16:13

"Ҡышҡылыҡҡа утыным юҡ..."

Улы мобилизацияланған әсә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән.

"Ҡышҡылыҡҡа утыным юҡ...""Ҡышҡылыҡҡа утыным юҡ..."
"Ҡышҡылыҡҡа утыным юҡ..."

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Ишембай районындағы бүлексәһенә ҡараған М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына улы мобилизацияланған әсә ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән.

Ирекмәндәр һәм Маҡар ауыл Советы депутаты Ғаяр Солтанғужин һалдаттың әсәһенә ярҙамға килгән. Депутат рөхсәт ҡағыҙҙарын юллауҙа булышлыҡ иткән, ә ирекмәндәр утынды бысып, ярып биргән.

"Әүҙемселәргә, депутаттарға һәм урындағы хакимиәткә ихлас ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәм. Штабҡа мөрәжәғәт иткәндең икенсе көнөнә үк бер машина утын алып килделәр", – тине ҡатын.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына колл-үҙәктең телефоны аша мөрәжәғәт итергә була: 8 800 201 89 03.

Фото: er.ru

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас