Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
1 Ноябрь 2022, 11:18

Яңы Кванториумға ҙур өмөт бағлана

Милли проект уңышлы тормошҡа ашырыла.  

Яңы Кванториумға ҙур өмөт бағланаЯңы Кванториумға ҙур өмөт бағлана
Яңы Кванториумға ҙур өмөт бағлана

Салауат ҡалаһында милли проект уңышлы тормошҡа ашырыла.

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Салауат ҡалаһындағы 1-се гимназия нигеҙендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Һәр баланың уңышы” төбәк проектына ярашлы, мәктәп Кванториумы асылды.

Яңы Кванториумда “Йыһанға осоу”, “Фән һәм һаулыҡ”, “Телеграфтан алып кеҫә телефонына тиклем”, “Лего ҡалаһы” интерактив майҙансыҡтары, мәғлүмәт-китапхана үҙәге эшләне, “Фәнгә бер аҙым” уйын-сәйәхәте ойошторолдо. Уҡыусылар сараға килгән ҡунаҡтар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, робот техникаһы, 3D-моделләү, техник инглиз теле, шахмат, “Энерджиквантум”, “Квантошахмат”, “Робоквантум”, “Хайтек”, “Геоквантум”, “Аэроквантум”, “Наноквантум”, “Биоквантум” кеүек йүнәлештәр буйынса дәрестәр үткәрҙе.

Республика балалар технопаркындағы Кванториум уҡытыусылары ҡорамалдарҙы көйләүҙә һәм эшләтеүҙә, ҡунаҡтар өсөн инженерлыҡ дәрестәрен ойоштороуҙа ярҙам күрһәтте.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: education.bashkortostan.ru/presscenter/news/493133/

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/341072

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас