

Кисә иртә менән Күгәрсен районында булған авария бик насар эҙемтәләргә килтергәйне. “Фольксваген Поло” менән “Шкода Рапид” машиналары бәрелешеп өс кешенең ғүмере өҙөлдө. Әле “КП-Өфө” баҫмаһы уларҙың кемлеген асыҡлаған.
Һәләк булғандарҙың береһе – 22 йәшлек кенә Мәләүез районының Воскресенское ауылында уҡытҡан ҡыҙ. Анастасия һәр ваҡыт уҡытыусы булырға хыялланған һәм университеттың һуңғы курсында уҡыған саҡта мәктәпкә педагог-психолог булып урынлашҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул мәктәптә ике ай ғына эшләп өлгөргән. Был ваҡыт эсендә уны хеҙмәттәштәре лә, балалар ҙа яратып өлгөргән. Уны яуаплы, ярҙамсыл, изге күңелле кеше тип беләләр.
– Ул үҙе лә беҙҙә уҡыны, практика үтте. Һәр ваҡыт мәктәптә, балалар менән эшләргә теләй ине. Әсәһе лә яҡында ғына, тәрбиәсе булып эшләй, уға яҡыныраҡ булғыһы килде. Бөгөн иртән мәктәпкә шылтыратты ла, дауаханаға ауырығанлыҡ ҡағыҙын яптырырға киттем тине. Оҙаҡламай эшкә сығырыға тейеш ине. Әммә барып етә алманы... Беҙҙең өсөн был ҙур ҡайғы. Шундай йәш, һәләтле ҡыҙ һәләк булды. Ул балалар менән эшләй белә ине, – тигән ҡыҙҙың хеҙмәттәштәре.
Был ҡурҡыныс аварияла бөтәһе өс кешенең ғүмере өҙөлдө. Анастасия "Фольксваген Поло" машинаһының руле артында ултырған, ул урында һәләк була. Икенсе машинаға 21 йәшлек егет идара иткән, ул Күмертауҙан таксист. Машина Мораҡтан Өфөгә китеп барған. Аварияла йәш водитель дә, уның 71 йәшлек пассажиры ла һәләк булған. Был аварияла йәнә ике кеше йәрәхәттәр алған – 26 йәшлек ир һәм 29 йәшлек ҡатын. Улар әле төрлө йәрәхәттәр менән дауаханала.
Ваҡиға урынына шунда уҡ Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов юлланған, ул үлемесле аварияның сәбәптәрен тикшереүҙе үҙ контроленә алған. Һауа шарттарының насар булыуы – юлда күреү мөмкинлегенең насарайыуы һәм боҙлауыҡ булыуы аварияға сәбәпсе булыуы ихтимал.
Урында тәфтиш-оператив төркөм һәм эксперт-криминалистар эшләгән. Прокуратура ла үҙ тикшереүен алып бара.
Көҙҙөң ҡышҡа күскән мәле автоһәүәҫкәрҙәр өсөн хәүефле осор. Һауа торошо төрлө яҡҡа “уйнай” – йә ямғыр, йә ҡар яуа башлай. Юлда тәүге боҙлауыҡтар барлыҡҡа килә. Иртә ҡараңғы төшөүе лә ҡайһы берҙәрҙе юғалып ҡалырға мәжбүр итә. Шуға күрә ошо саҡта айырыуса ипле булырға кәрәк. Иң тәүге кәңәш – ваҡытында машинаның тәгәрмәстәрен алмаштырыу. Шулай уҡ рөхсәт ителгән тиҙлекте тотоп, хәүефһеҙлек ҡайыштарын тағып, иғтибарлы йөрөү зарур.
Фото: "КП-Өфө".