

Стәрлетамаҡ ҡалаһының информатика уҡытыусыһы Екатерина Першина ҡоралланған егеттән башҡа уҡыусыларын ҡотҡара. 2018 йылдың 18 апрелендә туғыҙынсы класс уҡыусыһы мәктәпкә бысаҡ һәм яна торған шыйыҡса алып килеп, бүлмәгә ут төртә һәм уҡыусыларға ташлана. Екатерина Периша ярһыған үҫмер менән башҡа уҡыусылар араһына баҫа. Дүрт тапҡыр бысаҡ яраһы алһа ла, уҡытыусы һаман да үҫмерҙе туҡтатырға тырышып, уҡыусыларҙы ҡанлы һуйыш барған кабинеттан сығарыуға өлгәшә.
Күрһәткән батырлығы өсөн Екатерина Першина генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың ордены менән бүләкләнә.
-Балаларға һәр ваҡыт өлгө булырға ынтылам. Уҡыусыларымда тәүге сиратта кешелек сифаттарын тәрбиәләйһем килә,төрлө хәлдә лә улар кеше булып ҡалһындар ине, -тине Екатерина Першина маҡтаулы награда алған мәлдә.
Уҡытыусының аҙымы һис шикһеҙ батырлыҡҡа тиң һәм Башҡортостан бындай кешеләре менән ғорурлана ала.
фото: скриншот.