1 ноябрҙә республикала өлөшләтә мобилизация үткәреүгә йомғаҡ яһалды.
- Тәү сиратта, Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация саралары тамамланды, тип хәбәр итәм. Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Генераль штабы ла хәрби округтарға тейешле күрһәтмәләр ебәрҙе, - тине төбәк Башлығы Радий Хәбиров. - Запастағы кешеләрҙе хәрби хеҙмәткә саҡырыуға бәйле бөтә эштәр туҡтатылды.
Республика етәксеһе хәрби комиссариаттарҙың өлөшләтә мобилизация сиктәрендә повесткалар әҙерләүҙе һәм тапшырыуҙы туҡтатыуын билдәләне. Артабан хәрби комиссариаттарҙың Ҡораллы Көстәрҙе туплау буйынса эше контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтеү өсөн ирекмәндәрҙе һәм кандидаттарҙы ҡабул итеү иҫәбенә генә үткәреләсәк.
Радий Хәбиров мобилизацияланған халыҡтың һәм Башҡортостан батальондары яугирҙәренең ғаиләләренә адреслы ярҙам күрһәтеүгә айырыуса ҙур иғтибар бүлергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фото theins.ru