Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
1 Ноябрь 2022, 14:47

Кәртәләрҙе емерәйек!

Бер ерең ауыртһа ла, көндәлек тормошта бик ауырға тура килә, эйеме? Йөрөргә, үҙеңде ҡарарға, ә эш эшләү тураһында әйтәһе лә түгел...

Кәртәләрҙе емерәйек!Кәртәләрҙе емерәйек!
Кәртәләрҙе емерәйек!

8-10 ноябрҙә Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында I «Кәртәләрҙе емереп» асыҡ форум-күргәҙмә ойошторола. Был Башҡортостанда үткәрелгән реабилитация индустрияһының иң күләмле йыйыны буласаҡ. Әлеге ваҡытта күргәҙмәлә ҡатнашыу өсөн илдең 12 төбәгенән – Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Владимир, Ленинград, Мәскәү, Новосибирск, Һарытау, Свердловск, Силәбе өлкәләренән, шулай уҡ Краснодар, Приморье крайҙарынан, Башҡортостандан һәм Татарстандан 50-нән ашыу предприятие ғариза биргән.

«Кәртәләрҙе емереп» тәүге асыҡ форум-күргәҙмәһе – ул Рәсәйҙең ете төбәгенән 70-тән ашыу спикер ҡатнашлығында киң мәсьәләләр даирәһе буйынса 30-ға яҡын һүҙ көрәштереү майҙансығы, түңәрәк өҫтәл, конференция һәм оҫталыҡ дәрестәре. 8 ноябрҙә Форумдың төп сараһы - «Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялау. Яңы саҡырыуҙар һәм ҡарарҙар», 10 ноябрҙә социаль эшҡыуарлыҡ буйынса төбәк-ара форум үтә.

8 ноябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Кәртәләрҙе емереп» балалар ижады фестивале, ә 9-10 ноябрҙә конгресс-холда коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың «Изге республика» уникаль тауарҙар һәм әйберҙәр йәрминкәһе уҙғарыла. Бынан тыш, «Әсә йөрәге» әсәләр советынан, “Ортомода” компанияһынан мода күрһәтеү һәм инклюзив коллективтар ҡатнашлығында концерт программаһы ҡаралған.

«Кәртәләрҙе емереп» асыҡ форум-күргәҙмәһе – ул инвалидлыҡты реабилитациялау һәм иҫкәртеү, реабилитациялау техникаһы етештереүселәре һәм поставкалаусыларының үҙ-ара эш итеүен ойоштороуҙың көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереү өсөн үҙенсәлекле майҙансыҡ.

Форумды ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса стратегик башланғыстар агентлығы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты яҡлау министрлығы, “Кәртәләрҙе емереп” социаль технологиялар үҙәге, “Социум+” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге, Президент гранттары фонды.

Фото rehabilitation-centers.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас