Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
1 Ноябрь 2022, 10:37

Быҡрауҙы хәтерләйһегеҙме?

Быҡрау беренсе ҡар яуған көндө булған

Быҡрауҙы хәтерләйһегеҙме?Быҡрауҙы хәтерләйһегеҙме?
Быҡрауҙы хәтерләйһегеҙме?

Көҙҙөң һуңғы айы. Тәүге ҡар бөртөктәре әйләнә. Тәүге ҡар, тигәндән, Башҡортостаныбыҙҙың төньяҡ-көнсығышында бик үҙенсәлекле йола булған икән – быҡрау.

Элек йәштәр аулаҡ өйгә, уйын-көлкө ҡорорға йыйылыр булған. Быҡрау булған көндө киске йыйынға күршеләренән ҡаҙ, өйрәк йә әтәс алып килеп, һый әҙерләгән. Был шаярыу ҡатыш йолаға береһе лә үпкәләмәгән, ҡош-ҡорто юғалғанын белеп ҡалған хужалар зарланырға тейеш булмаған.

Мәсетле районында тыуып-үҫкән коллегабыҙ Илшат Зарипов йоланы яҡшы хәтерләй. “Быҡрау беренсе ҡар яуған көндө була ине. Атай-әсәйҙәр, ҡаҙ-өйрәктәрҙе ябайыҡ, бөгөн быҡрау, тип иҫкәртә торғайны. Беҙҙе атай үҙе сығарып ебәрә ине, бар, егеттәр, йөрөп килегеҙ, тип.

Әлбиттә, бикле торған ҡош-ҡортҡа берәү ҙә теймәй. Хатта бер хужаның ике йә өс ҡаҙына ла тейергә ярамай, тик берәүҙе, йола шартына килтерер өсөн генә”, – тип һөйләй ул.

Һабанаҡ ауылынан Венера Ғафарова: “Быҡрау йолаһы ата-әсәйемдәр йәш саҡта була торғайны. Улар кеше ҡош-ҡортона теймәй ине. Мәҫәлән, уларҙың ғаилә дуҫтары быҡрауға тип киләләр, ә юл ыңғайы беҙҙең һарайҙан йә өйрәк, йә тауыҡ алалар ҙа шуны бешерәләр икән. Ашап бөткәс: “Тәмле булдымы? Был өйрәкһинеке ине”, – тиҙәр икән”, – тип һөйләй.

Төркөмдәштәр, һеҙҙең арала ул йоланы иҫләгәндәр бармы? Комментарийҙарҙа яҙығыҙ)

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас