Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
1 Ноябрь 2022, 16:53

“Балаларҙы үпкәләтергә ярамай”

Олимпиадаға килгән балаларҙы кем үпкәләткән?

“Балаларҙы үпкәләтергә ярамай”“Балаларҙы үпкәләтергә ярамай”
“Балаларҙы үпкәләтергә ярамай”

Үткән ялдарҙа Өфөлә күңелһеҙ осраҡ булды. Баш ҡалала 4-9 йәшлек һәләтле балалар өсөн математиканан олимпиада ойошторолорға тейеш ине. Тик ойоштороусыларҙың яуапһыҙлығы арҡаһында, унда ҡатнашыусылар күберәк килгән һәм сараны үткәргән Башҡорт дәүләт университетында саҡ тапалыш булмаған.

Бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был хәлдә яуаплыларҙы табырға һәм тейешле яза бирергә ҡушты. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, уға республиканың төрлө район-ҡалаларынан килеп, олимпиадаға эләгә алмаған балаларҙы йәл.

– Бында эш кешенең күп булып, тапалышҡа етә яҙыуында ла түгел, ул да әлбиттә, бик хәүефле. Райондан килгән балаларҙы олимпиадаға үткәрмәүҙәре үкенесле. Балалар менән улай итергә ярамай. Һәр саҡ уйлап эш итергә кәрәк бит. Ғәйеплеләрҙе табыуҙы һорайым. Кисә мин был хәлде асыҡларға тырыштым, тик осона сығырлыҡ түгел. Әлбиттә, бындай хәлгә юл ҡуйырға ярамай, – тине Радий Хәбиров.

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ғәйеплеләр табыласаҡ һәм уларға ҡарата кадр ҡарары ҡабул ителәсәк тине.

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас