+24 °С
Ямғыр


Билдәле шахматсы һәм депутат Анатолий Карповты ауыр хәлдә дауаханаға оҙатҡандар, тип хәбәр итә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары. Элекке шахмат буйынса донъя чемпионын аңһыҙ хәлдә Дәүләт Думаһы бинаһы янында тапҡандар.
Уны ауыр хәлдә реанимация бүлексәһенә урынлаштырғандар. Әле яһалма кома хәлендә. Табиптар хәбәр итеүенсә, уның һул бот һөйәге һынған, баш мейеһе йәрәхәтләнгән.
Әлегә аныҡланмаған мәғлүмәттәр буйынса, гроссмейстрҙы билдәһеҙ кешеләрҙең туҡмауы бар. Хоҡуҡ һаҡсылары был хәл буйынса тикшереү башлаған.
Фото: new.rah.ru