Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
27 Октябрь 2022, 06:47

Иғтибар, балалар!

Балаларҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәүенең фажиғәле тамамланыуы бик ихтимал. Каникул осоронда был мәсьәлә айырыуса көнүҙәккә әйләнә, сөнки күп осраҡта балалар ҡарауһыҙ ҡалалар, уларҙың буш ваҡыттары күп була.

Иғтибар, балалар!Иғтибар, балалар!
Иғтибар, балалар!

Балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт фажиғәләрен кәметеү, балиғ булмаған йәйәүлеләрҙе тапатыу осраҡтарын профилактикалау, уҡыусылар һәм водителдәр тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеү маҡсатында 24 октябрҙән 11 ноябргә тиклем районда “Иғтибар, балалар!” акцияһы үтә.
Акция барышында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре балаларға һәм өлкәндәргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Был осорҙа балаларҙы ташыуға ныҡлы иғтибар бүленәсәк, балалар күп йыйылған урындар тикшереләсәк. Бынан тыш, ата-әсәләр көн һайын уларға юлдағы ябай ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөргә һәм үҙ миҫалында юлды нисек аша сығырға кәрәклеген күрһәтергә, юлға яҡынлашҡанда баланың иғтибарын хәүеф-хәтәргә йүнәлтергә, урамды хәүефһеҙ үтеү өсөн кәрәкле бөтә эштәргә аңлатма бирергә тейеш. Ата-әсәләрҙең бала менән бөтә маршруттарҙы ла үтеүҙәре шарт. Мәҫәлән, өйҙән мәктәпкә тиклем, өйҙән дуҫтарға һәм башҡа урындарға тиклем. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙҙең юлда үҙегеҙҙе нисек тотоуығыҙ балағыҙ өсөн өлгө булып тора. Юлда баланың именлеге тәү сиратта өлкәндәргә бәйле.
Водителдәргә балаларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймауҙарын һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙәрен һорап мөрәжәғәт итәбеҙ. Юлда кескәй йәйәүлене күреп ҡалғас та, тиҙлекте кәметегеҙ, сөнки балалар йыш ҡына үҙҙәрен төрлөсә тота. Йәйәүлеләр үткәүеле, йәмәғәт транспорты туҡталыштары, парктар, скверҙар, балалар майҙансыҡтары янында тиҙлекте кәметергә онотмағыҙ. Ихталарҙа әкрен йөрөргә кәрәклеген хәтерегеҙҙән сығармағыҙ. Юл ситендәге балаларҙың нимә эшләргә теләүҙәрен аңламаһағыҙ, ҡабаттан сигнал биреүҙән тартынмағыҙ.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Марсель ХАЛИҠОВ,
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы.

Фото: culture.ru

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас