+21 °С
Облачно


Бер крәҫтиән ҡатыны баҙарға бер кәрзин йомортҡа алып барған. Һыбайлы кеше кәрзингә яңылыш килеп бәрелеп, бөтә йомортҡаларҙы һытҡан. «Нисә йомортҡаң бар ине һуң?»– тип һораған һыбайлы. «Белмәйем, – тип яуап биргән крәҫтиән ҡатыны, – әммә шуны хәтерләйем: мин уларҙы икешәрләп, өсәрләп, дүртәрләп, бишәрләп, алтышарлап һалғанда, һәр ваҡыт бер йомортҡа артып ҡала ине. Етешәрләп һалғас, ҡалдыҡ булманы», – тигән. Кәрзиндә нисә йомортҡа булған?