Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
27 Октябрь 2022, 06:53

Ҡартайырға ашыҡмайыҡ!

Был рецепты беҙгә бер уҡыусыбыҙ тәҡдим итте. "Уны үҙемдә һынағанмын. Һөҙөмтәһе бар: тирем шымарҙы, сәс ҡуйырҙы, хатта ағармай башлаған һымаҡ, күҙҙәр яҡшыраҡ күрә", - тине ул.

Ҡартайырға ашыҡмайыҡ!Ҡартайырға ашыҡмайыҡ!
Ҡартайырға ашыҡмайыҡ!

Йәшлекте кире ҡайтарып булмай, ә бына һаулыҡты нығытып, иммунитетты күтәреп, ҡартлыҡты бер аҙ кисектереп була, тип раҫлай ҡайһы берәүҙәр. Уның өсөн үҙеңә нимәлер эшләргә, тырышырға кәрәк.

Был рецепты беҙгә бер уҡыусыбыҙ тәҡдим итте. "Уны үҙемдә һынағанмын. Һөҙөмтәһе бар: тирем шымарҙы, сәс ҡуйырҙы, хатта ағармай башлаған һымаҡ, күҙҙәр яҡшыраҡ күрә. Ә, бәлки, был сараны ҡулланғандан ғына ла түгелдер, мин, ғөмүмән, сәләмәт тормош алып барам, үҙем менән гармонияла йәшәргә өйрәндем", - ти ул.

Был сараны әҙерләү өсөн кәрәк: 4/5 стакан етен майы, вағыраҡ дүрт лимон, өс баш ҙур һарымһаҡ, бер килограмм бал.

Таҙартылған һарымһаҡты, ҡабығы менән ике, ҡабыҡһыҙ ике лимонды ит турағыстан үткәреп, уға май һәм бал ҡушып яҡшылап болғатабыҙ. Шифалы ризыҡты көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ ашарҙан алда ҡабып ҡуйырға. Ундағы ингредиенттарҙың бөтәһе лә килешһә, йәғни аллергия булмаһа, уны даими ҡулланырға ла була. Бер айҙан һуң бер аҙна тәнәфес яһап, артабан дауаланабыҙ.Массаны тығыҙ ябылған быяла һауытта һыуытҡыста һаҡларға.

Бындай ҡушылманың ярҙам итеүе бер ҙә осраҡлы түгел, сөнки ингредиенттарҙың барыһы ла файҙалы элементтарға, витаминдарға бик бай.

Етен майы - үҫемлек гормоны, холестерин төйөндәрен иретә, лимон менән бергә ҡушҡанда бигерәк көслө сара килеп сыға - үт юлдарын таҙарта.

Лимондағы С витамины - яҡшы антиоксидант, йөрәкте нығыта, һарымһаҡ ҡан тамырҙарын таҙарта, бал уларҙы туҡландыра, яңырта, йәшәртә.

Дауаланыуҙы маҡсат итеп ҡуйғанда табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ!

Фото: bee-master.ru

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас