Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
26 Октябрь 2022, 15:58

"Ошонда машиналар батып ултыра, сығарабыҙ, ярҙам итәбеҙ..."

Ауыл халҡын борсоған мәсьәлә менән яҡындан таныштыҡ.

"Ошонда машиналар батып ултыра, сығарабыҙ, ярҙам итәбеҙ...""Ошонда машиналар батып ултыра, сығарабыҙ, ярҙам итәбеҙ..."
"Ошонда машиналар батып ултыра, сығарабыҙ, ярҙам итәбеҙ..."

Беҙ ҙә тупаҡтарҙы борсоған мәсьәлә менән яҡындан таныштыҡ.

Әбйәлил районының Тупаҡ ауылында йәшәгән Рәғиҙә Хызырованың социаль селтәрҙәге сәхифәһендәге видеояҙма иғтибарҙы йәлеп итте. Унда ҡатын юлһыҙлыҡҡа зарланған.

“Бына ҡарағыҙ, мин йылға буйында торам. Бына китә бер юл, икенсеһе, өсөнсөһө, дүртенсеһе, бишенсеһе, алтынсыһы, етенсеһе... Бер ерҙә үтерлек булмаһа, икенсе ерҙән юл асыла, унан килеп тағын... Күпме машина ошонда батып ултыра, ярҙам итәбеҙ, этеп сығарышып ебәрәбеҙ, әгәр бәхетең булһа, машиналар үткән мәлгә тура килһә. Тура килмәһә, йөрөйһөң инде этелеп-төртөлөп.

Бына ҡарағыҙ, ә теге яҡта күпме юл?! Был бит кешенең сабынлығы, баҫыу өҫтө. Ошо ерҙәр кешеләргә өй төҙөргә участка итеп бүлеп бирелгән. Бында бер ни тиклем ваҡыттан, Алла бойорһа, ауыл буласаҡ. Шунан асфальт юл булмаһа, үҙегеҙ әйтеп бирегеҙ, беҙ ҡайҙан йөрөргә тейешбеҙ?

Бында беҙҙең ҡороп бөткән йылға. Беҙҙең йылға юҡ. Һигеҙ урамда,  ике километр алыҫлыҡта йылға тигән нимә юҡ. Ауылбыҙ шулай итеп юҡҡа сығыуы ла мөмкин...

Хәҙер бына теге яҡтан да юл өҫтөнә юл китә. Тупаҡты оло юл менән бәйләгән шоссенан дыңғырлап сыҡмаҫ өсөн һәр кем үҙенсә юл һалып бөткән”, – тип зарын һөйләгән Рәғиҙә Хызырова.

Хәлгә асыҡлыҡ индереү маҡсатында беҙ Рәғиҙә апай менән бәйләнешкә инеп, тупаҡтарҙы борсоған мәсьәлә менән яҡындан таныштыҡ.

– Миңә 10 йәш булғанда, бейек итеп ҡалҡытып, Тупаҡ ауылына таш юл (шоссе) һалдылар, ул ваҡытта кирбес заводы асылды. Шул ваҡыттан 48 йыл үтте, ә юлға ремонт эшләнмәне, уны һалдылар ҙа оноттолар. Исмаһам, ҡырсынташ түшәп булһа ла ремонтламайҙар. Күптән асфальт юл һалырға ваҡыт. Әле һаман өс саҡрым арауыҡтағы ошо юлды эшләй алмайҙар.

Юл насар булғас, халыҡ ауылға төрлө яҡлап баҫыу аша йөрөй. Маршрут автобусы ла беҙгә йөрөүҙән баш тартты, такси саҡыртһаң да, килмәй. "Ашығыс ярҙам" машинаһы ҡайһы саҡта ауырыған кешен төп юлға сығарыуҙы һорай.

Ауылдың һигеҙ урамы бар, улар ҙа насар хәлдә. Мәктәп төҙөгәндә урамға эре таш түшәнеләр, хәҙер улар аҡайып ята. Йәш әсәләргә бындай урамда коляска менән үтеүе ауыр. Ауылда йәштәр төҙөнә, әммә юл насар булғас, йорттарын бикләп, ҡалаға күсеп китә башланылар. Быйыл, мин белгәндән, өс балаһы булған өс ғаилә күсенде.

Йыл һайын йыйылыштарҙа был мәсьәлә күтәрелә, әммә вәғәҙәләр үтәлмәй. Беҙ ауылға ингән юлға асфальт түшәүҙәрен һорайбыҙ, шулай уҡ ауыл урамдарындағы юлдарға ремонт эшләү ҙә талап ителә, – тине Рәғиҙә Хызырова.

Фото: скриншот.

Видеояҙма: Рәғиҙә Хызырованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас