+24 °С
Ямғыр


Ошо көндәрҙә Иҫке Муса ауылы китапханаһында кесе йәштәге китап уҡыусылар китапханасы апайҙары Миләүшә Мөхәмәтйәрова менән бергәләп яңы ҡороттан түңәрәктәр әҙерләгән. Улар кипкәс, мобилизацияға алынған ир-егеттәргә ебәрелгән. Еңел булмаған шарттарҙа яугирҙарыбыҙ ҙа өй йылыһын тойһон, күстәнәстәребеҙ кәйефтәрен һәм хәрби рухын күтәрһен, ти флешмобты ойоштороусылар.
Фото: Т. АМАНОВ.