Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
26 Октябрь 2022, 15:44

Башҡортостанда мышы ҡапыл юлға килеп сыҡҡан да сит ил машинаһына бәрелгән

Ҡырағай йәнлек ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы. 

Башҡортостанда мышы ҡапыл юлға килеп сыҡҡан да сит ил машинаһына бәрелгәнБашҡортостанда мышы ҡапыл юлға килеп сыҡҡан да сит ил машинаһына бәрелгән
Башҡортостанда мышы ҡапыл юлға килеп сыҡҡан да сит ил машинаһына бәрелгән

25 октябрҙә кисен Салауат районында ҡырағай йәнлек ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы.  «Башинформ»ға үҙ сығанағынан билдәле булыуынса, Hyundai Solaris автомобиленең 47 йәшлек водителе Кропачёво — Мәсәғүт — Әчит автомобиль юлында, Әлкә ауылы янында, мышыны бәрҙергән.

«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡырағай хайуан юлға ҡапыл йүгереп килеп сыҡҡан. Водитель һәм уның пассажиры баш мейеһе йәрәхәте менән Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһына оҙатылған», — тип һөйләне мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.

Ваҡиға сәбәптәрен хоҡуҡ һаҡлаусылар асыҡлай. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, мышы үлгән.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-10-26/v-bashkirii-los-vnezapno-vybezhal-na-dorogu-i-ugodil-pod-kolesa-inomarki-3003779

Автор:Дарья Субботина
Фото:Елена Колоколова
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас