Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
26 Октябрь 2022, 09:14

Ҡабан сусҡаһы урынына... айыуҙы атҡан

Кисә бер һунарсының, балаларын йәлләп, айыуҙы атмағаны тураһында яҙғайныҡ. Бөгөн бөтөнләй башҡа хәбәр килде...

Ҡабан сусҡаһы урынына... айыуҙы атҡанҠабан сусҡаһы урынына... айыуҙы атҡан
Ҡабан сусҡаһы урынына... айыуҙы атҡан

Башҡортостанда полицейскийҙар йәш айыуҙы законһыҙ рәүештә атып үлтергән Ғафури районы кешеһен тотҡан. Эш Игенйылға (Инйылға) ауылынан алыҫ булмаған урманда булған.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир ҡабан сусҡаһына һунар итеү өсөн лицензия алған, ләкин урманға сыҡҡан саҡта маҡсатын алмаштырырға уйлаған. Айыуҙы тапҡас, уны атып үлтергән һәм түшкәһен тунарға тип өйөнә алып ҡайтҡан.

Ир кеше үҙ ғәйебен таныған. 

Фото https://vk.com/wall-172223072_593117

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2022-10-26/aban-sus-a-y-urynyna-ayyu-y-at-an-3003955
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас