

Футбол уйнағанда электр тогына һуғылып, ҡулын юғалтҡан Туймазы районы Балтай ауылынан 10 йәшлек Илназ Дәүләтов яңы ҡаҙаныштары менән уртаҡлашҡан.
Хәҙер ул һүрәт төшөрә башлаған. Ул быны аяҡ менән эшләй.
Илназдың уңыштары менән фотоһүрәт уның социаль селтәрҙәге шәхси аккаунтында урынлаштырылған. Уның сәхифәһенә яҙылыусылар билдәләүенсә, баланың картиналары бик матур, уның һүрәт төшөрөргә һәләте бар.
Былтыр июлдә булған ғәҙәттән тыш хәлдән һуң Илназ, ысынлап та, бирешмәй һәм, киреһенсә, һәр саҡ грамоталар һәм наградалар алып, яңы үрҙәргә өлгәшә. Мәҫәлән, ул яңыраҡ ҡына йүгереүҙәге яҡшы һөҙөмтәләре менән уртаҡлашҡан ине.
Бирешмә, Илназ! Алға һәм бары тик алға!
Фото: Илназ Дәүләтов