Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
24 Октябрь 2022, 13:49

Радий Хәбировтан - сәғәт

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы «Томан» саҡырыуы бирелгән егеткә  БР Башлығы Радий Хәбировтан исемле сәғәт тапшырҙы.    

Радий Хәбировтан - сәғәтРадий Хәбировтан - сәғәт
Радий Хәбировтан - сәғәт

– Радий Фәрит улына күрһәткән иғтибары һәм хәстәрлеге өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Республика халҡының һәм Башҡортостан Башлығының ышанысын аҡларбыҙ, иҫән-һау ҡайтырға тырышырбыҙ,  – тине яугир.

 

 Бүләкләү видеоһы БР Хөкүмәтендә уҙғарылған оператив кәңәшмәлә күрһәтелде.

 – Мин һеҙгә был видеороликты ни өсөн күрһәттем? Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе  ҡыйын хәлдә ҡалдырырға тейеш түгелбеҙ. Муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итәм – беҙҙең бурысыбыҙ бер: батальондарға, мобилизацияланған кешеләргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас