Даирә
+28 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
24 Октября 2022, 08:26

Бер үҙе өс бурысты үтәйәсәк

Былтырҙан башлап яңы ҡорамалдарҙы Ираҡ һәм Малайзия илдәре һатып ала...

Бер үҙе өс бурысты үтәйәсәкБер үҙе өс бурысты үтәйәсәк
Бер үҙе өс бурысты үтәйәсәк

Республиканың 18 район дауаханаһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы яңы ҡорамалдар алды.  Бөтәһе 21 техника килтерелде. Бер ҡорамал үпкәне яһалма елләтеү, наркоз һәм тын алыу мониторингы функцияларын үтәй.

Операция өҫтәлендә ятҡан утыҙ йәшлек ир  Благовещен үҙәк район дауаханаһына ҡорһағында киҫкен ауыртыу һөҙөмтәһендә килеп эләккән. Табиптар  аппендицит  тигән диагноз ҡуйған. Әмәлиәт  – ғәҙәти,  ә ҡорамал – юғары технологиялы.

–Яңы аппарат май айында килтерелде. Уны урынлаштырғандан һуң   әмәлиәттәр һаны ҡырҡа артты. Пациенттар тиҙерәк һауыға башланы, – ти Благовещен үҙәк район  дауаханаһының баш табип урынбаҫары Урал Шәрипов.

Был Рәсәйҙә етештерелгән заманса ҡорамал бөтә ил буйлап эшләй: Карелиянан алып Алыҫ Көнсығышҡа тиклем.  Былтырҙан башлап яңы ҡорамалдарҙы Ираҡ һәм Малайзия илдәре һатып ала.  Яңы комплекстарҙы  дауаханаларға “Ростех” дәүләт корпорацияһы тапшырған.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

 

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас