

Белорет районының Собханғол (Урман Рәүәт) ауылында бер генә кеше йәшәй – Кинйәғол Зымран улы Сәлимгәрәев. Уҙған ялда Өфөлә йәшәгән яҡташтары – Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рәйес Исмәғилев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ранис Алтынбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Искәндәр Ғәзизов уның янына барып, хәлен белгән. Улар Кинйәғол ағайға аҙыҡ-түлек, кейем, бүләктәр алып барған, шулай уҡ концерт та ҡуйған.
– Кинйәғол ағайға 89 йәш. Илле йыл бер үҙе генә, япа яңғыҙ йәшәй. Урман Рәүәт ауылы Инйәрҙән 30 саҡрым алыҫлыҡта ята. Үҙенсәлекле ҡатай улына шәп концерт биреп, ҡышҡылыҡҡа йылы кейемдәр, аҙыҡ-түлек алып барып, күңелен күтәреп ҡайттыҡ, – тине Рәйес Исмәғилев.
Ранис Алтынбаев та сәйәхәттән ҡәнәғәт ҡалған. “Ошо ағай менән күптән осрашҡым килгәйне. Ауылға юл юҡ тиерлек, һаҙлыҡ аша үтергә кәрәк. Кинйәғол ағай күп һөйләргә яратмай. Өйө тап-таҙа, иҙәне ҡырып йыуылған, ихатаһы тирәһен дә тәртиптә тота”, – тине ул.
– Миңә ҡалһа, был осрашыу мәңге иҫебеҙҙә ҡалыр. Күптәнге хыялыбыҙ тормошҡа ашты. Кинйәғол олатай шул тиклем беҙҙе йылы ҡаршы алды, күңеле булды, хатта йырлап-бейеп тә алды. Ул тыуған еренә, тыуған ауылына тоғро ҡалған кеше. Кинйәғол олатай – беҙҙе, беҙ уны яҡын күреп өлгөрҙөк. Хәҙер инде традицияға әйләндереп, ваҡыт булғанда гел бында киләсәкбеҙ, Алла бирһә, – тине Искәндәр Ғәзизов.
Ауылда элек 120 йорт һәм мәктәп булған. Үткән быуаттың урталарында ауыл халҡы уңайлыраҡ урындарға күсеп китә. Бер Кинйәғол ағай ғына тороп ҡалған.
“Ошо ерҙә тыуғанмын, ата-бабаларым ята. Ниңә мин ташлап китергә тейеш?" – ти ул. Һуңғы тапҡыр урмандан 1961 йылда хәрби билетын алыштырырға сыға. Ул ваҡытта уға 27 йәш кенә була. Шулай итеп, 61 йыл бер үҙе донъя көтә һәм ауылынан да сыҡмай. Уға Инйәр ауылынан туғаны Хәлим Сәлимгәрәев килеп йөрөй, аҙыҡ-түлек, кәрәкле әйберҙәр алып килә.
Кинйәғол ағай үҙе картуф ултырта, баҡса үҫтерә, бал ҡорттары тота. Заманында бик данлы һунарсы булған, 68 айыу алған.
Йорт башына ҡояш батареяларын ҡуйҙыртып алған. “Юлдаш” радиоһы аша Башҡортостан яңылыҡтары менән танышып тора. Телевизор ҡарау өсөн спутник “тәрилкәһе” бар. Рәсәй, күрше төбәк каналдарын ҡарай, ә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы күрһәтмәй икән.
Кинйәғол ағай әрмелә саҡта бер тапҡыр табипҡа күренгән, шунан бирле медицина хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иткәне юҡ. Ауырып китһә, үләндәр менән дауалана. Ул тәмәке тартмаған, эске менән дуҫ түгел.
Кинйәғол ағай – үҙенсәлекле, көслө кеше. Урындағы тарихты һәйбәт белә, хәтере яҡшы. 2023 йылдың 22 июнендә 90 йәшен билдәләргә йыйына. Башҡорт Робинзонына иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ!
Фото: vk.com.