Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
23 Октябрь 2022, 15:36

Психик сәләмәтлекте һаҡлау кәрәк...

Йәһәт кенә ҡуҙғып барыу, яндырайлыҡ, ҡурҡыныс төш күреп уяныу, кәйеф тотороҡһоҙлоғо, ярһыу, илау кеүек бығаса күҙәтелмәгән билдәләрҙең барлыҡҡа килеүе мөмкин

Психик сәләмәтлекте һаҡлау кәрәк...Психик сәләмәтлекте һаҡлау кәрәк...
Психик сәләмәтлекте һаҡлау кәрәк...

Тормошобоҙҙағы күңелһеҙ ваҡиғалар, кире хис-тойғолар психологик торошобоҙға йоғонто яһамай ҡалмай. Ҡеүәтле стрессорҙар кәйефте боҙоу һәм беҙҙе “тәртәнән сығарыуҙан” тыш, психикаға емерткес һөжүм яһай. 

Әлеге ваҡытта илдәге һәр кем тиерлек өлөшләтә мобилизация менән бәйле  тулҡынланыу, ҡурҡыу тойғоһо кисерә. Был граждандарҙың кәйефенә, психик торошона кире йоғонто яһай. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар ғына түгел, уларҙың яҡындары, туған-ырыуы психик сәләмәтлекте ҡаҡшатыусы көслө стресс кисереүе ихтимал. Был хәл ғаилә татыулығын, кешесә мөнәсәбәттәрҙе боҙорға һәләтле. Йоҡлай алмай ыҙаланыу, тәндә көсөргәнеш тойоу, үткән һуғыш-бәрелеш ваҡиғаларының күҙ алдынан китмәүе, хәүефләнеү, агрессия үҙ-үҙеңә ышанысты ҡаҡшата. Кешенең хатта  эскелеккә бирелеүе бар.

Был хәл-тороштоң оҙаҡҡа һуҙылыуы, белгес ярҙамынан башҡа  тәрәнәйеүе ихтимал. Яңы ғына хәрби хәрәкәттәрҙән ҡайтҡан кешеләрҙә йыш ҡына шундай психологик тайпылыштар күҙәтелә: һағайыу, йөҙәткес образдар, теңкә ҡоротҡос ваҡиғаларҙы онота алмау, яҡтылыҡ һәм тауышҡа әрнеткес, һыҙландырғыс һиҙгерлек көсәйеүе, самаһыҙ әүҙемлек. Йәһәт кенә ҡуҙғып барыу, яндырайлыҡ, ҡурҡыныс төш күреп уяныу, кәйеф тотороҡһоҙлоғо, ярһыу, илау кеүек бығаса күҙәтелмәгән билдәләрҙең барлыҡҡа килеүе мөмкин. Кеше стрестарға ҡаршы тора алмай башлай. Ҡайһы бер билдәләрҙең йылдар үткәндән  һуң да һиҙҙереүе ихтимал. Кеше ысынбарлыҡтан үҙен айырылғандай тоя, ҡайһы берәүҙәр менән осрашмаҫҡа, ҡайһы бер иҫтәлектәрҙән ҡотолорға тырыша. Яҡындары тураһында хәстәрлек күреү, яратыу, ныҡлы мөнәсәбәттәр ҡороу һәләтен юғалта, үҙ-үҙен ғазаплау менән мауыға. Гел генә көсөргәнештә йәшәү эске ағзаларҙың функциональ боҙолоуҙарына, аҙаҡ хроник сирҙәргә (психосоматика) килтерә.

Бындай билдәләр күҙәтелгәндә, граждандарға Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник психотерапевтик үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәңәш бирәбеҙ. Адресы түбәндәгесә: Өфө ҡалаһы, Рихард Зорге урамы 73/3. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас