

Әбйәлил районы үҙәге Асҡар ауылында ҡот осҡос фажиғә була яҙған. 20 октябрҙә көндөҙ ауылдың Дәүләтов урамында Ford S-Max автомобиле рулендәге 64 йәшлек водитель көйләнмәгән йәйәүлеләр үткәүеленән юлды аша сығып барған 10 йәшлек малайҙы бәрҙергән.
Һөҙөмтәлә уҡыусы еңелсә йәрәхәттәр алған һәм, табиптар ҡарағандан һуң, өйөнә ҡайтарылған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт идаралығынан.
Уйлаһаң, йыш ҡына була торған юл-транспорт ваҡиғаһы. Әммә видеояҙманы ҡараһаң, күп һорауҙар тыуа. Водителдән ғәйебен инҡар итеп булмаһа ла, ғаиләлә, мәктәптә ошондай бәләкәй йәштәге балалар менән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында етди һөйләшеүҙәр алып барыу кәрәклеге күренә.
...Йәнле юл саты буйындағы йәйәүлеләр үткәүеле янында малай оҙаҡ тапанып тора. Күрәһең, юлды аша үтергә ҡыймай, сөнки машиналар ике яҡҡа ла уҙып тора. Бына бер мәл алыҫ ҡаршы һыҙаттан йөк машинаһы үтеп китә, һәм бала юл аша йүгереп үтмәксе була. Әммә был мәлгә инде һул һыҙаттағы юлдан үткәүелгә еңел автомобиль яҡынлаша... Ни водитель тормозға баҫып өлгөрмәй, ни малай ҡапыл алға һикерә. Күрәһең, өлгөрәм тип уйлай. Һөҙөмтәлә машина уны бәрҙерә.
Ә ситтән ҡарағанда, бала махсус рәүештә тәгәрмәс аҫтына ташланған кеүек. Әлбиттә, был улай түгел. Бала кеше хәүефте дөрөҫ самалай алмай. Ике һыҙатта ла елдергән транспорт та уны албырғата. Ҡапыл ни аралалыр башына, үтеп өлгөрөрмөн әле, тигән уй килеп, алға ынтылғандыр ҙа. Шул ҡапыл киҫкен хәрәкәт итә башлауы саҡ фажиғәғә килтермәй ҙә инде.
Бында һис һүҙһеҙ машина водителе ғәйепле. Юл ситендә йәйәүлене күреп, туҡтап, үткәреп ебәрергә тейеш ине. Етмәһә бала кешене күргәс. Сөнки баланың ҡасан йүгереп китере, уйламаған хәрәкәттәр яһай башлары көтөлмәгәндә булыуы ихтимал.
Шулай ҙа балаларҙы ҡабат-ҡабат хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә өйрәтергә кәрәк: юлды ҡапыл киҫкен хәрәкәт яһап үтергә ярамай, ул саҡта транспорт эйәләре тормозға баҫып өлгөрмәҫкә мөмкин, шулай уҡ велосипед йә самокаттан төшөргә һәм транспортты етәкләп сығыу зарур.
Ярай бала иҫән, ауыр тән йәрәхәттәре алмаған. Хоҙай һаҡлаған. Юғиһә ҙур фажиғә булыуы ла мөмкин ине. Шуға күрә юлдарҙа һаҡ булайыҡ!
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, республика юлдарында 17 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 21 кеше йәрәхәтләнгән, шуларҙың дүртеһе - балалар. Аварияларҙың күбеһе йәйәүлеләргә бәйле.
Фото: ЮХХДИ видеоһынан скриншот.