Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
23 Октябрь 2022, 08:52

«Икенсе бишәү килгәнсе, биш нәмәнең ҡәҙерен бел»

Беренсе нәмә – ул йәшлек...

«Икенсе бишәү килгәнсе, биш нәмәнең ҡәҙерен бел»«Икенсе бишәү килгәнсе, биш нәмәнең ҡәҙерен бел»
«Икенсе бишәү килгәнсе, биш нәмәнең ҡәҙерен бел»

Беренсе нәмә – ул йәшлек. Ҡартлыҡ еткәнсе, йәшлектең ҡәҙерен бел. Матур йәш сағыңдың ҡәҙерен белеп йәшә, уны юҡҡа сарыф итмә. Ҡартлыҡ еткәс, ҡайтарырға теләһәң дә, мөмкинлегең булмаҫ, ти пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм.

Икенсеһе – сир килгәнсе,  сәләмәтлектең ҡәҙерен бел, ти. Аллаһы Тәғәлә һаулыҡ биргән икән, был – оло байлыҡ. Уны бер ниндәй байлыҡҡа, аҡсаға ла алмаштырып булмай. Шуға сәләмәт булғанда ла ғибәҙәттә уҙғарырға кәрәклеген белдерә.

Өсөнсөһө – фәҡирлек килгәнсе, байлыҡтың ҡәҙерен бел, ти. Уны Аллаһы Тәғәлә юлында тот, Уға хеҙмәт итергә онотма, тип иҫкәртә.
Дүртенсеһе –  эш баҫҡансы, буш ваҡытыңдың ҡәҙерен бел, ти. Көндәлек эштәр менән генә мәшғүл булмайынса, Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылырға ла ваҡыт тап,ти.

Бишенсеһе  – үлем килгәнсе, ғүмерҙең ҡәҙерен бел, ти. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм: «Ғүмерҙең ҡәҙерен бел, әхирәт тураһында уйлан», – тип ҡат-ҡат нәсихәт бирә. Әхирәтте иҫкә алыу өсөн зыяратҡа барырға кәрәк.

(Бохари, Риҡаҡ,3, Тирмиҙи, Зуһд, 25 )

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас