

10-11 ноябрҙә Туймазы ҡалаһында башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар араһында “Оҙон көй” төбәк-ара конкурсы үтә. 1996 йылдан алып ойошторолоп килгән был бәйге хәҙер инде матур традицияға әүерелде.
Конкурста махсус вокал белемгә эйә булмаған һәр кем ҡатнаша ала. Конкурсанттарға йәш сикләүе лә юҡ.
Ғаризаларҙы 5 ноябргә тиклем metod_tr@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә.
Белеүебеҙсә, 1996 йылда үткәрелә башлаған “Оҙон көй” иң тәүҙә район конкурсы булараҡ ойошторола. Артабан ул – төбәк, ә 2001 йылда төбәк-ара кимәлгә күтәрелә.
Бәйге республиканан һәм күрше төбәктәрҙән оҙон көй башҡарыу оҫталарын бергә йыя, уларҙы киң йәмәғәтселеккә таныта, шуның менән халҡыбыҙҙың бай мәҙәни һәм рухи мираҫын һаҡлау эшенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә.
Видеояҙма: Туймазы район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.
Фото: kultura-tatyshly.ru