+24 °С
Ямғыр


Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итә: иртәгә айырым юл участкаларында төндә һәм иртән көслө томан көтөлә. Шәмбенән йәкшәмбегә ҡараған төндә һауа торошо -2, -7 градус булыр тип күҙаллана. Көндөҙ иһә 0, +5 градус булыуы ихтимал.
Көҙөн һауа торошо тотороҡһоҙ, урыны менән ел көсәйеүе, яуым-төшөм булыуы ихтимал, шуға күрә юлдарҙа тиҙлек режимын һәм дистанцияны һаҡлағыҙ. Транспорт сараһының хәүеф сығанағы икәнлеген онотмағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалағыҙ.
Фото: avtoelektrik-info.ru