

Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының эндокринология үҙәге мөдире Нажиә Шәмсетдинова яңыраҡ Луганск Халыҡ Республикаһындағы Красный Луч ҡалаһынан ҡайтты. Ул урындағы халыҡҡа диспансерлаштырыу үткәреүҙә ҡатнашты.
Табип был республикала ике тапҡыр – май һәм сентябрь айҙарында булып, берәр ай буйына халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтте. Беҙ Нажиә Шамил ҡыҙына бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек. Бындай ҡарарға килеүгә нимә этәргес биргән? Ниндәй бурыстарҙы тәү сиратта хәл итергә тура килгән? Оҙайлы сәфәрҙән һуң ул үҙен нисек тоя?
– Мин ысын күңелдән Луганск халҡына ярҙам итеү теләге менән барҙым. Аңлы рәүештә, әлбиттә. Һөнәребеҙ шуны талап итә. Ғаиләм дә терәк булды, ҡаршы төшмәнеләр, киреһенсә, теләгемде хупланылар.
Беҙҙең төп бурысыбыҙ халыҡты диспансерлаштырыу, пациенттарҙы дауалау, сирҙәрҙе иҫкәртеү ине. Луганск Халыҡ Республикаһында төп медицина ярҙамы күрһәтелһә лә, халыҡты терапевтар, хирургтар, акушер-гинекологтар ҡабул итһә лә, тар белгестәргә ҡытлыҡ ҙур. Кешеләр эндокринология ярҙамына мохтажлыҡ кисерә. Красный Ключта һигеҙ йыл буйына эндокринолог булмаған, шуға күрә табипҡа эләгергә теләүселәр ифрат күп ине.
Тәүҙә бик ҡатмарлы булды, эш күләме ҙур, ауырыуҙар даими стресс хәлендә йәшәй. Диспансерлаштырыу барышында беренсе тапҡыр асыҡланған сирҙәр күп булды. Элек үҙҙәрен һау-сәләмәт тип иҫәпләгәндәрҙә лә хроник ауырыуҙар табылды. Йыш ҡына шәкәр диабеты, ҡалҡан биҙе сирҙәре диагностикаланды. Ауыр хәлдәгеләрҙе оператив дауалау өсөн Луганскиға оҙаттыҡ. Медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн башҡа тораҡтарға ла сыҡтыҡ. Сәфәребеҙҙең халыҡҡа мөмкин тиклем ҙурыраҡ файҙа килтереүен теләнек. Һигеҙ йыл эсендә фән дә, технологиялар ҙа алға китә бит, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырыштыҡ, мәғлүмәт бирҙек.
Беҙҙе ныҡ ғәжәпләндергәне халыҡтың сабырлығы, йомартлығы булды. Кешеләр бер-береһенә шул тиклем иғтибарлы, һәйбәт мөғәмәләлә. Тәүге сәфәрҙә сиратҡа теҙелгән ауырыуҙарҙың күплеге таң ҡалдырҙы, уларға бик оҙаҡ көтөргә тура килде. Сабырлыҡ менән үҙ сираттарын көтөп, табипҡа инеп, бөтә мәғлүмәтте иҫтәрендә ҡалдырырға тырыштылар. Һәр береһе беҙгә килеүебеҙ өсөн рәхмәт белдерҙе. Шатландырған мәлдәр ҙә булды, тәүге килеүебеҙҙә емерек биналарҙы, ватылған юлдарҙы күреп, тормоштоң етмешенсе йылдарҙа туҡтап ҡалғанын күҙәтеп аптыраһаҡ, икенсе сәфәр барышында тирә-яҡтың яҡшыға үҙгәрә барыуына, юлдар һалыныуына, йорттарҙа, мәктәптәрҙә ремонт эшләнеүенә һөйөндөк. Луганск халҡы менән аралашыу, уларҙың ярҙамға мохтажлығын белеү миңә лә ныҡ тәьҫир итте. Беҙ көсөргәнешле хәлдә йәшәгән халыҡҡа, медицина ярҙамынан тыш, психологик ярҙам да күрһәттек, 2016 йылдан алып кисергән ҡайғы-хәсрәттәрен, баштарынан үткән ваҡиғаларҙы тыңланыҡ. Мин үҙемдең уларға кеше һәм табип булараҡ кәрәклегемде, ситтә тороп ҡалырға ярамағанлығын яҡшы аңланым, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Нажиә Шәмсетдинова.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.