Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
21 Октябрь 2022, 11:53

Кисәге ауыл урмансыһы – бөгөнгө заманыбыҙ геройы

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, «Башинформ» агентлығы «Маҡсат» башҡорт йәштәре хәрәкәте менән берлектә яңы проект – «Ярҙам – изге эштәр ваҡыты» рубрикаһын башлап ебәрҙе, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы

Кисәге ауыл урмансыһы – бөгөнгө заманыбыҙ геройыКисәге ауыл урмансыһы – бөгөнгө заманыбыҙ геройы
Кисәге ауыл урмансыһы – бөгөнгө заманыбыҙ геройы

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, «Башинформ» агентлығы «Маҡсат» башҡорт йәштәре хәрәкәте менән берлектә яңы проект – «Ярҙам – изге эштәр ваҡыты» рубрикаһын башлап ебәрҙе. Унда һәр көн һайын «тыныс ҡына» батырлыҡ ҡылып йәшәгән, тормошто ыңғай яҡҡа үҙгәртергә тырышҡан ябай кешеләр хаҡында мәҡәләләр донъя күрәсәк, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы.

Ғафури районының Ташаҫты ауылынан Рәил Ҡаранаев – тап шундайҙарҙан. Ул үҙ миҫалында кешеләрҙе һәм тәбиғәтте ҡотҡарыу өсөн бер ниндәй ҙә профессиональ ҡотҡарыусы булырға кәрәкмәүен раҫлаған.

Рәил Ғәбделхәй улы юғары наградаларға ла эйә түгел, әммә ябай ауыл йүнселенең урман янғындарында күрһәткән батырлығы менән һоҡланмау мөмкин түгел.

Ауылдаштары Рәил Ғәбделхәй улы хаҡында көндәр буйы һөйләй ала. Ир бала сағынан тәбиғәткә ҡарата битараф түгел, мәҫәлән, малай сағында Еҙемдә быҙаулап торған мышыны күреп, уның быҙауын һыуҙан сығарып үлемдән ҡотҡарған. Күптән түгел үҙенең начальнигын боҙло һыуҙан сығарған. Ул һүндергән урман янғындарының иҫәбе-һаны юҡтыр. Рәил Ҡаранаев йәш сағында тейешле һөнәрҙе һайлай, ул – урмансы. Бөгөн геройыбыҙҙың сәстәренең салланыуына ла аптырарлыҡ түгелдер. Ә күҙҙәре иҫ киткес нурлы һәм ҡуйы һоро.

Телевизорҙа етем малайҙы күреп, иртәгәһенә үк уны уллыҡҡа алған Ҡаранаевтар

Ташаҫты халҡы геройыбыҙҙы, ғөмүмән, Ҡаранаевтар ғаиләһен оло хөрмәт менән телгә ала. «Ҡаранаевтар – изгелекле кешеләр», – ти барыһы ла. Рәил Ғәбделхәй улы ҡатыны Таңгөл Әғзәм ҡыҙы менән биш балаға ғүмер биргән, тағы ла биш сабыйҙы тәрбиәгә алғандар. Һәр кемгә лайыҡлы белем биргәндәр. Бөгөн Ҡаранаевтар йортонда алты бала йәшәй. Ҡартатай һәм ҡартәсәй булырға ла өлгөргәндәр.

– Бер улыбыҙ һәм дүрт ҡыҙыбыҙ бар. Улым һәр саҡ үҙенә ҡусты һорай ине. Бер саҡ Таңгөл телевизорҙан Өфөлә балалар йортонда тәрбиәләнгән ике йәшлек малайҙы күреп ҡалған. Әсә йөрәге үҙенекен эшләгәндер, ул шунда уҡ адресын һәм телефон номерҙарын яҙып алған. Иртәгәһенә малайҙы барып алдыҡ. Русланды беҙгә тәүге көндә үк алып ҡайтырға рөхсәт иттеләр. Башҡа беҙ уның менән айырылышманыҡ. 2004 йылда ошо уҡ балалар йортонан бер ҡыҙ алдыҡ. Һуңыраҡ тағы ла өс бер туғанды өҫтәп алып ҡайттыҡ, – тип уртаҡлаша Рәил Ғәбделхәй улы.

Борхатау яныуын тәҙрәнән күреп ҡала

2021 йылғы август айы урман янғындары менән иҫтә ҡалды. Бер иртәлә Рәил ағай тәҙрәнән Еҙем буйына ҡуйы төтөн төшөүен абайлап ҡала. Элекке урмансы шунда уҡ аңлай – Борхатау яна бит. Рәил Ғәбделхәй улы тиҙ арала хәл-торошто баһалай: тау текә, ҡуйы урман – янғынды еңел генә һүндереп булмаясаҡ. Геройыбыҙ тиҙ генә тракторын ҡабыҙа, ә улы Никитаға Йондоҙҙо эйәрләргә ҡуша. Һыуға һауыттар алып тауға йүнәләләр. 15 саҡрымды бер тында үтәләр.

Ҡаранаев улы менән Борхатауға килеүгә тау түбәһендәге урманды ялҡын телдәре ялмап ала. Янғын һүндереүселәр, ауыл халҡы йыйылып китә. Рәил ағай тракторы менән ҡороған ағастарҙы емереп, тау түбәһенә менә башлай, уйлап торорға ваҡыт юҡ – ут бөтә урманды юҡ итәсәк. Уның артынан янғын һүндереүсе машиналар күтәрелә. Ә Никита 60 литрлыҡ һауыттар менән һыу ташырға тотона. Ауыл халҡы ла көрәк-канистрҙар тотоп утҡа ҡаршы тора. Тау үренә ҡарай һыу ташып хәлдән тайғас, ялҡын-ут сигенә башлай. Рәил ағай тракторы менән урман янғыны урынын уратып һөрөп ала.

«Һин бит тәжрибәле урмансы, һиңә генә ышанам»

Урындағы халыҡ тағы ла бер аҙна үҙен вулкан янында йәшәгәндәй хис итә. Урман янғыны еңел генә бирешмәй, быҫҡып яныуын дауам итә. Ә бит ҡабат дөрләп китеүе лә ихтимал.

Райондың урмансылыҡтар менән идара итеү бүлеге етәксеһе Әнәс Сәйфуллин Ҡаранаевҡа шәхсән мөрәжәғәт итә: «Һин бит тәжрибәле урмансы, һиңә генә ышанам. Борхатауҙы ҡалдырма».

Һәр кис Рәил ағай тауҙы урап сыға, улы менән күтәргән һыуҙы быҫҡып ятҡан урындарға һибеп сыға. Шундай көндәрҙең береһендә тауға ун тапҡыр һыу күтәрергә тура килә.

Янғын тулыһынса һүнеп һәм хәүеф бөткәс кенә, Ҡаранаев иркен тын ала. Ҡаһарманлығы һәм ярҙамы өсөн уны ауыл хакимиәтендә һәм урман хужалығында Рәхмәт хаты менән бүләкләйҙәр.

– Был беҙҙең тыуған еребеҙ, төйәгебеҙ, һис уйланмайынса ярҙам ашығаһың. Етмәһә, минең бындай тәжрибәм бар, – ти Рәил Ғәбделхәй улы.

«Тыуған еремдең һәр киҫәге өсөн күңелем әрней»

Рәил ағай атаһын һағынып иҫкә ала. Сабый сағында атаһы ҡайҙа, ул шунда була. Атаһы ла улының күңелен күрергә тырыша – кескәй Рәилде кейемдәре менән ҡуша ҡосаҡлап ала ла эшкә сығып китә.

– Мин үлән араһында уйнайым, сысҡан ояһын күҙәтәм, сысҡан балалары менән уйнайым. Ергә ятып Борхатауға ҡарайым, Еҙемдең аҡҡанын тыңлайым. Атайымдың көслө һәм уңған булыуына ғорурланып үҫтем. Ошо мәлдәр минең хәтеремдә уйылған, мин мәңгелеккә Ғафури еренә береккәнмен, тыуған еремдең һәр киҫәге өсөн күңелем әрней, – тип хәтер ебен һүтә Рәил Ҡаранаев.

Ғаиләһе ҙурая башлағас, Рәил ағай урман хужалығындағы эшенән сыҡҡан. Бөгөн ул – фермер, ауылдаштарын да ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Тәбиғәт йә берәй кеше бәләгә ҡалһынмы – ихлас күңелдән ярҙам итергә әҙер Рәил ағай. Ғөмүмән, уның бөтә тормошо – изге эштәр миҙгеле. Изге эштәр өсөн миҙал бирмәйҙәрҙер, әммә барыбыҙ ҙа яҡшы аңлайбыҙ, тап ошондай кешеләр – донъябыҙ тотҡаһы.

Шулай ҙа награда үҙ хужаһын тапты. Красноусолда Республика көнө айҡанлы үткән йыйылышта райондың алдынғы кешеләрен билдәләнеләр. Унда Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев Рәил Ҡаранаевты «Ярҙам - время добрых дел» проекты дипломы менән бүләкләне.

Беҙ яңы проектта республикабыҙ киңлектәрендә йәшәгән һәм изге эштәр ҡылған ябай кешеләр хаҡында һөйләүебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ.

«Ярҙам - изге эштәр ваҡыты» рубрикаһындағы ҡыҙыҡлы тарихтарҙы күҙәтеп барығыҙ.

«Ярҙам - изге эштәр ваҡыты» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

Автор:Алһыу Ғәйфуллина
Фото: башинформ.ру
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас