Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
21 Октября 2022, 15:11

Илештә халыҡ кәсептәре этностудияһы асылды

Унда ниндәй эштәр алып барыласаҡ?

Илештә халыҡ кәсептәре этностудияһы асылдыИлештә халыҡ кәсептәре этностудияһы асылды
Илештә халыҡ кәсептәре этностудияһы асылды

Бөгөн, 21 октябрҙә, Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында М. Гәрәев исемендәге кинотеатрҙа "Мираҫты тергеҙеү" тип аталған йәштәр ижади этностудияһы асылды. Төп маҡсат - махсус инструменттар һәм станоктар менән йыһазландырылған эш майҙансыҡтары булдырыу. Бында йәштәр тәжрибәле оҫталарҙың ҡул аҫтында туҡыу, кейеҙ баҫыу, көршәк яһау, ҡорама ҡорау техникаһын һынап ҡараясаҡ, төрлө алымдарҙы ҡулланасаҡ, шулай уҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләре - туҡыма ҡурсаҡтар эшләү, сәйлән әйберҙәр яһау менән шөғөлләнәсәк.

Этностудия Илеш районы хакимиәте мәҙәниәт бүлегенең Мәҙәни башланғыстарҙың Президент фонды гранттары конкурсында еңеүе һөҙөмтәһендә ойошторолған, гранттың суммаһы 497 мең һум тәшкил итә. Уға йыһаз һәм махсус ҡорамалдар - туҡыу станоктары, көршәксе түңәрәге, муфель мейесе, тегеү һәм сигеү машиналары, эш материалдары һатып алынған һәм ҡуйылған. 15 кешенән торған оҫталар базаһы булдырылған, улар студияға килгәндәр өсөн дәрестәр үткәрәсәк. Төрлө йүнәлештәр буйынса шөғөлләнеүселәрҙең тәүге төркөмдәре тупланып, беренсе оҫталыҡ кластары уҙғарылған да.  

Этностудияны асыуҙа 150-нән ашыу кеше, шул иҫәптән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рәмил Хәйертдинов, фольклорсы-этнограф, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлгөнә Баймырҙина, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рөстәм Әхмәҙиев ҡатнашты.

Шулай уҡ бында "Ижад йәйғоро" халыҡ оҫталары йәрминкәһе һәм оҫтабикәләрҙең дәрестәре ойошторолдо. Илештәрҙең шатлығын уртаҡлашырға "Мишәр дуҫлыҡ даирәһе" этнотуры сиктәрендә Балтас районы мәҙәниәт һарайының Ғ. Ғәлләмова етәкселегендәге "Малан" мишәр фольклор коллективы килде. Ул республика буйынса мишәр мәҙәниәтен пропагандалай. Коллектив "Мишәр дуҫлыҡ даирәһе" этнотуры" проектын ғәмәлгә ашырыу нигеҙендә ойошторолған.

"Йәш быуынды халыҡ ижадын өйрәнеүгә, тергеҙеүгә һәм һаҡлауға йәлеп итеү мәҙәниәт учреждениеларының мөһим бурыстарының береһе булып тора. Беҙҙең осраҡта ул - биҙәү-ҡулланма сәнғәтен, халыҡ кәсептәрен өйрәнеүгә һәм шөғөлләнеүгә ылыҡтырыу. Этностудия үҫеп килгән быуын өсөн ҡыҙыҡлы булыр, улар тиҙ ылығырҙар тип ышанам", - тине хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рәмил Хәйертдинов.

Студия күргәҙмәләр, ижади фестивалдәр үткәрергә, шулай уҡ башҡа райондарҙан, төбәктәрҙән һөнәрселәр, халыҡ оҫталары менән тәжрибә уртаҡлашырға ниәтләй. Яңы этностудияның эшен йәнләндереү өсөн "Изгелек лигаһы" район мәҙәниәт ирекмәндәр үҙәге, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто йәлеп ителәсәк.

Этностудия яңылыҡтарын ошо һылтанма буйынса күҙәтеп барырға мөмкин: https://vk.com/ilishetno_studio

Фото: Илеш районы хакимиәтенең социаль селтәрҙәге төркөмө.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас