Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
21 Октябрь 2022, 14:48

"Егеттәребеҙҙең бергә булыуы яҡшыраҡ"

Салауат Юлаев исемендәге батальондың төрлө урындарҙа пункттары асылды. 

"Егеттәребеҙҙең бергә булыуы яҡшыраҡ""Егеттәребеҙҙең бергә булыуы яҡшыраҡ"
"Егеттәребеҙҙең бергә булыуы яҡшыраҡ"

Белорет районының Сермән ауылы хакимиәте башлығы Айытбай Әйүпов әйтеүенсә...

Белеүебеҙсә, республиканан Миңлеғәле Шайморатов, Александр Доставалов исемендәге батальондар махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Әле иһә Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальонын туплау башланды. Яңыраҡ Стәрлетамаҡ, Ишембай, Сибай ҡалаларында, Белорет районының Сермән ауылында һәм Салауат районының Малаяҙ ауылында уның вәкиллектәре асылды.

Батальонды ойоштороусылар аңлатыуынса, пунктты асыу урынын улар һайламай, быны урындарҙағы хәрби туғанлыҡ берләшмәләре тәҡдим итә.

Әле батальонға махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләк белдереп 700-ҙән ашыу кеше ғариза биргән. Уларҙың төп өлөшөн хәрби хәрәкәттәр ветерандары тәшкил итә. Ҡабул итеүҙәр, әңгәмәләр башланған, доброволецтарҙы йыйыу дауам ителә.

Белорет районының Сермән ауылында ла ошондай пункт асылғас, урындағы хакимиәт башлығы Айытбай Әйүпов менән бәйләнешкә индек.

– Ошо йүнәлештә эш башланғас, ойоштороусылар менән һөйләшеп, үҙебеҙҙә пункт асырға тәҡдим иттем. Егеттәребеҙ төрлө частарға тырым-тырағай киткәнсе, бер батальонда хеҙмәт итһә, яҡшыраҡ, тип уйлайым. Бер-береһенә терәк булырҙар. Пунктта барлыҡ шарттар бар, – тине Айытбай Зәбир улы.

Фото: "Бәйләнештә"ге "Народный батальон имени Салавата Юлаева" төркөмө.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас