Даирә
+21 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
20 Октября 2022, 16:30

Төбәктә бер аҙна эсендә аҙыҡ-түлеккә хаҡтар нисек үҙгәргән

Башстат 18 октябргә ҡарата ҡулланыусылар кәрзинендәге төп аҙыҡ-түлеккә хаҡтар динамикаһын күрһәтте, тип яҙа "Башинформ" агентлығы

Төбәктә бер аҙна эсендә аҙыҡ-түлеккә хаҡтар нисек үҙгәргәнТөбәктә бер аҙна эсендә аҙыҡ-түлеккә хаҡтар нисек үҙгәргән
Төбәктә бер аҙна эсендә аҙыҡ-түлеккә хаҡтар нисек үҙгәргән

Башстат 18 октябргә ҡарата ҡулланыусылар кәрзинендәге төп аҙыҡ-түлеккә хаҡтар динамикаһын күрһәтте, тип яҙа "Башинформ" агентлығы. Әле ситуация аҙ үҙгәрә. Үткән аҙнала нимәгә хаҡтар төшкән, шулар был аҙнала күтәрелеүе-төшөүе мөмкин.

Мәҫәлән, бер аҙна элек 1 кг кәбеҫтәнең хаҡы ике аҙна элеккенән 0,7%-ҡа кәмерәк булды. Ә бына был аҙна башында ул 6 процентҡа —1 һумға артты (йомғаҡлап әйткәндә 1 кг кәбеҫтәне уртаса хаҡы 20 һум тирәһе).

Үткән аҙнала 15 процентҡа артҡан помидорҙар хаҡы тағын 4% (йәки 2,2 һумға) артты; хәҙер уның уртаса хаҡы — 86 һум/1 кг).

Ҡыярға ла хаҡтар күтәрелә: үткән аҙнаның +3,4 процентына тағы ла +2,8% өҫтәлә. Һөҙөмтәлә 76,4 һум/1кг.

Картуфҡа хаҡтар бер аҙна бер урында торғандан һуң яйлап арта башланы: +7 тин (26,27 һум/1кг). Кишер 29 тингә артҡан (26,1 һум/1 кг).

Икенсе аҙна рәттән шоколадлы кәнфиттәргә хаҡтар төшә - хәҙер инде 11 һумға, һөҙөмтәлә ул 375 һум/1кг. Балалар аҙығы ла шулай — иттән булған 36 һумға төшкән (һөҙөмтәлә 1001 һум/1 кг), емеш-еләктән — 70 тингә (523 һум/1 кг).

Бер аҙ хаҡы төшкән һөйәкле ит аҙна башына йәнә артҡан: һыйыр ите —  3 һумға (487 һум/1кг), сусҡа ите —2,3 һумға (288 һум/1кг). Тауыҡҡа хаҡтар 1 һумға артҡан (165 һум/1кг һыуытылған һәм туңдырылған тауыҡ ите).  

 «Ҡара» һәм «һоро» икмәккә хаҡтар 15 тингә артты, аҡ икмәк һәм күмәскә 19 тингә төштө.

Автор и фото: башинформ.ру

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-10-20/t-b-kt-ber-a-na-esend-a-y-t-lekk-ha-tar-nisek-g-rg-n-2996930

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас