Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
20 Октябрь 2022, 17:43

Өс сәғәт ваҡыт биреләсәк

Өфө лимонарийы етәксеһе Фәриҙә Садиҡова түбәндәгеләр хаҡында хәбәр итте.

Өс сәғәт ваҡыт биреләсәкӨс сәғәт ваҡыт биреләсәк
Өс сәғәт ваҡыт биреләсәк

20-22 октябрҙә ишетеү һәләте боҙолған 35 йәшкә тиклемгеләр араһында Һаңғырауҙар араһында “DeafSkills-2022” һөнәри оҫталыҡ чемпионаты үткәрелә.

Сараны ойоштороусылар – Бөтә Рәсәй Һаңғырауҙар йәмғиәте Президент гранттары фонды һәм Башҡортостан Хөкүмәте, проекттың төбәк операторы – Башҡортостан Республикаһының йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге.

 – Быйыл чемпионатта ҡатнашыусылар 34 компетенция буйынса ярыша. Өфө урман хужалығы техникумына ҡараған лимонарийҙа һигеҙ кеше ландшафт дизайны буйынса үҙҙәрен һынап ҡараясаҡ. Улар – Санкт-Петербург, Ҡазан, Новосибирск, Омск һәм башҡа ҡалаларҙан. Сарала ҡатнашыусыларға заданиены үтәү өсөн өс сәғәт биреләсәк, - тип хәбәр итте Өфө лимонарийы етәксеһе Фәриҙә Садиҡова.

Фәриҙә Вәли ҡыҙының әйтеүенсә, ланшафт дизайны буйынса ярышыусыларҙың эшен, нигеҙҙә, Өфө урман хужалығы техникумы белгестәре баһалаясаҡ. Төп эксперт - Өфө лимонарийы директоры Фәриҙә Садиҡова.

Фото: ufa.bezformata.com

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас