

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы гуманитар йөк менән Симферополь һәм Севастополь ҡалаларындағы госпиталдәргә юлланыуы, Башҡортостанда тыуып үҫкән яҡташтарыбыҙ менән осрашыуы һәм әйберҙәрҙе тапшырыуы тураһында хәбәр иткәйнек.
Ҡырымда бик әүҙем яҡташтарыбыҙ йәшәй. Ҡыйғы ҡыҙы Әлиә Әхмәтова, Өфөнә Алина Марьина, Миңнура Андреенко, Стәрлетамаҡтан Гүзәлиә Эрглис госпиталдәргә эләккән яугирҙәр менән бәйләнеш булдырған һәм уларға даими ярҙам күрһәтә.
Күптән түгел иһә беҙҙең менән бәйләнешкә Севастополдә йәшәүсе милләттәшебеҙ Сәриә Ғиниәтуллина сыҡты. Ул да йәмғиәттәге үҙгәрештәргә битараф ҡала алмаған һәм госпиталдә ятҡан яҡташ егеттәргә ярҙам ойошторған. Милләттәшебеҙ ундағы әүҙемселәр менән берләшеп, был эште артабан да алып бармаҡсы.
– Мин сығышым менән Йылайыр районының Һынташ ауылынан. Хаҡлы ялдамын. Былтыр, сәләмәтлеккә бәйле, климат алмаштырырға кәрәк тигәс, Севастополгә күсеп килдек. Бәләкәй генә ҡунаҡхана асып ебәрҙек, яңы урынға өйрәнеп, ерегеп киттек.
Донъялағы, илдәге хәлдәр үҙгәргәс, яҡташтарыма, мохтаж кешеләргә нимә менән ярҙам итә алырмын икән тип оҙаҡ уйланып йөрөнөм. Унан, госпиталдә ятҡан яугирҙәргә ярҙам кәрәк тип ишеткәс, тиҙ генә таныштар, дуҫтар, яҡташтар булған чаттарға яҙып ебәрҙем. 40 мең һумдан ашыу аҡсы йыйылды, госпиталдән ихтыяж булған әйберҙәр исемлеген алып, магазинға йүнәлдек, барлыҡ кәрәк-яраҡты алып тапшырҙыҡ.
Егеттәр йорт йылыһын тойғоһо, тәмле йорт күстәнәстәрен ашағыһы килә - быныһын да мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ. Был эш һис кенә лә батырлыҡ түгел, ә күңел талабы. Ил иңенә ятҡан һынау осоронда бер кем дә битараф булмаҫҡа тейеш. Шуға ла мин телефон номерымды ҡалдырам: кемдәр ярҙам итә ала, йәки яҡындары туаһында мәғлүмәт эҙләй – мөрәжәғәт итһендәр: 8 978 236 70 60 – Ҡырымдағы номер, 8 937 301 02 00 – Башҡортостан номеры, уға WhatsApp, Viber мессенджерҙары бәйле, – тине Сәриә апай.
Фотолар геройҙың шәхси архивынан.