Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
20 Октябрь 2022, 16:58

Билдәле актриса кеше ғүмерен ҡыйған...

Унан үҙе полицияға шылтыратҡан. 

Билдәле актриса кеше ғүмерен ҡыйған...Билдәле актриса кеше ғүмерен ҡыйған...
Билдәле актриса кеше ғүмерен ҡыйған...

Илдең Калуга өлкәһендәге ауылдарҙың береһендә бәхетһеҙ осраҡ булған: ҡараңғы ваҡытта йәйәүле ҡатынды тапатҡандар. Ә руль артында билдәле актриса Анна Большова ултырған...

“Йәйәүле алған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында һәләк булған”, – тигәндәр урындағы ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә.

Baza телеграм-каналы яҙыуынса, руль артында Анна Большова ултырған. Авария 14 октябрь төнөндә булған. Большова үҙе полицияға шылтыратҡан һәм “Ашығыс ярҙам” саҡыртҡан.

Әлеге ваҡытта Калуга өлкәһе буйынса эске эштәр министрлығы идаралығында аварияны тикшереү бара. Уның һөҙөмтәһе буйынса процессуаль ҡарар буласаҡ.

Ҡайһы бер телеграм-каналдар хәбәр итеүенсә, һәләк булған ҡатынға 31 йәш булған, уның ҡанында алкоголь табылған, тиҙәр.

Анна Большова – театр, кино һәм дубляж актрисаһы. Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Мәскәү ҡалаһының почетлы сәнғәт эшмәкәре. Гоголь исемендәге театрҙа, 1998 йылдан “Ленком”да уйнай, “Юнона һәм Авось” спектаклендә ҡатнаша. Кинола һәм сериалдарҙа төшә.

Фото: muz-tv.ru

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас