Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
20 Октябрь 2022, 11:26

9 майҙа төбәк власы органдары биналарында Еңеү Байрағы күсермәләре эленәсәк

Бының туралағы закон проектын Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа уҡ ҡабул итте, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы

9 майҙа төбәк власы органдары биналарында Еңеү Байрағы күсермәләре эленәсәк9 майҙа төбәк власы органдары биналарында Еңеү Байрағы күсермәләре эленәсәк
9 майҙа төбәк власы органдары биналарында Еңеү Байрағы күсермәләре эленәсәк

Республикала 9 майҙа власть органдары урынлашҡан биналарҙа Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан һәм муниципаль берәмектең флагтары менән бер рәттән Еңеү Байрағы күсермәһе урын аласаҡ, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы. Бының туралағы закон проектын Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа уҡ ҡабул итте. Инициативаны төбәк етәксеһе һәм республика хөкүмиәте лә раҫлаған.

Дәүләт йыйылышының КПРФ-тан депутаты Юнир Ҡотлоғужин белдереүенсә, уларҙың фирҡәһе был уй менән үткән, бишенсе саҡырылышта сығыш яһаны. Тик был идеяны башҡа депутаттар ҡеүәтләмәгән. Ә хәҙер был законды ҡабул итеү айырыуса талап ителә.

«Бөгөн беҙ бик мөһим һәм тарихи закон проектын ҡарайбыҙ. Ул Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә беҙҙең ҡораллы көстәр тарихы ғына түгел. Еңеү байрамғы киләсәк быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләргә булышлыҡ итәсәк», - тине Юнир Ҡотлоғужин.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-10-20/v-bashkirii-na-9-maya-na-zdaniyah-organov-vlasti-budut-vyveshivat-kopii-znameni-pobedy-2996582

Автор:Ләйсән Закирова

Фото:Валерий Шахов

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2022-10-20/9-may-a-t-b-k-vlasy-organdary-binalarynda-e-e-bayra-y-k-serm-l-re-elen-s-k-2996627

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас