Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
20 Октябрь 2022, 10:10

10 һарыҡтың башына еткәндәр...

Ҡорбандар күберәк булыр ине, әгәр ҙә...

10 һарыҡтың башына еткәндәр...10 һарыҡтың башына еткәндәр...
10 һарыҡтың башына еткәндәр...

Благовар районының Ҡамышлы ауылы фермеры Рифҡәт Ураҙмәтовтың хужалығына ҙур зыян килгән – берәҙәк эттәр ҡураға инеп һарыҡтарҙы тамаҡлаған, тип хәбәр итә «Кп-Өфө».

10 баш мәхлүктең башына еткән улар, һигеҙен яралағандар. Берәҙәктәр бер генә тапҡыр түгел, йәнә-йәнә килеп һөжүм иткән. Ҡорбандар күберәк булыр ине, әгәр һаҡсы эттәр асырғанып өргәнгә кешеләр йүгерешеп килеп, яуыздарҙы ҡурҡытып ебәрмәһә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, берәҙәк эттәрҙе эләктерә алмағандар, улар урманға инеп ҡасҡан. Ҡабат килеп, һөжүм итеп йөрөүҙәре лә ихтимал, хужаға уяулыҡты юғалтмаҫҡа инде.

Фото "Республика Башкортостан".

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас