

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә гуманитар ярҙам йыйыу буйынса яҙма ҡалдырған:
"Өлөшләтә мобилизация илебеҙҙәге битараф булмаған барлыҡ граждандарҙы берләштерҙе. Кемдер Ватанды ҡулына ҡорал тотоп һаҡларға китте, кемдер урында булдыра алғанса ярҙам итә.
«Хәрби туғанлыҡ»тың республика бүлексәһе лә ситтә ҡалманы. Ошо көндәрҙә Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ветераны, Өфө районы Авдон ауылының «Хәрби туғанлыҡ» бүлексәһе рәйесе Шәүҡәт Хәбетдинов үҙенең инициативаһы буйынса йыйылған гуманитар йөктө Пензалағы егеттәребеҙгә алып барҙы. Мобилизацияланғандар йоҡо тоҡтары, аҙыҡ-түлек, йылы әйберҙәр алды. Гуманитар йөктө оҙатыуҙа «Хәрби туғанлыҡ»тың Өфө районы бүлексәһе етәксеһе Владимир Маломожнов та ярҙам күрһәтте.
Гуманитар йөктө йыйыуҙа Авдон ҡалаһының барлыҡ битараф булмаған кешеләре әүҙем ҡатнашты. Шундай уҡ Мәләүездән хәрби хәрәкәттәр ветерандары ла ылауға кәрәк-яраҡ йыйып ебәргән. Бөтәһе дүрт тоннанан ашыу әйбер йыйылды.
Ошо көндәрҙә республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡушыуы буйынса генерал Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Башҡортостан батальоны яугирҙәре өсөн гуманитар йөк тейәлгән адреслы ылау ебәрелде. Шундай уҡ Александр Доставалов исемендәге батальонда хеҙмәт итеүселәргә лә ярҙам илтәсәкбеҙ.
Өйҙән алыҫта булған яҡташтарыбыҙға хәҙер беҙҙең ярҙамыбыҙ айырыуса мөһим. Һәм улар быға иҫәп тота ала".
Фото vk.com/ireksagitov?w=wall621918239_821%2Fall