Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
19 Октябрь 2022, 16:43

27 октябрҙә Башҡортостан Башлығы менән «тура линия» уҙасаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡының көнүҙәк һорауҙарына яуап бирәсәк, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы

27 октябрҙә Башҡортостан Башлығы менән «тура линия» уҙасаҡ27 октябрҙә Башҡортостан Башлығы менән «тура линия» уҙасаҡ
27 октябрҙә Башҡортостан Башлығы менән «тура линия» уҙасаҡ

27 октябрҙә киске сәғәт 7-лә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телеканалы, Башҡортостан-24, «Вся Уфа», «Сәләм», UTV телеканалдарының, «Юлдаш» радиостанцияһының тура эфирында республика халҡының көнүҙәк һорауҙарына яуап бирәсәк, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы.

 «Тура линияға» һорауҙы ике ысул менән биреп була - төбәк етәксеһенең «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәре сәхифәһендә комментарий итеп ҡалдырырға йәки БР Башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлеккә видеояҙма итеп ебәрергә мөмкин. Һорауҙарҙы дөрөҫ итеп биреү өсөн видео инструкцияһы бар.

 «Тура линия» трансляцияһын Радий Хәбировтың социаль селтәр сәхифәләрендә ҡарарға мөмкин буласаҡ.

 https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-10-19/27-oktyabrya-sostoitsya-pryamaya-liniya-s-glavoy-bashkortostana-2995132

Автор:Галина Бахшиева

Фото:Олег Яровиков

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2022-10-19/27-oktyabr-bash-ortostan-bashly-y-men-n-tura-liniya-u-asa-2995187

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас