Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
18 Октябрь 2022, 06:46

Тикшереү ваҡыты ун тапҡырға ҡыҫҡарған

Яңы ҡорамал сабыйҙарға нурланыш дозаһын һиҙелерлек кәметәсәк  

Тикшереү ваҡыты ун тапҡырға ҡыҫҡарғанТикшереү ваҡыты ун тапҡырға ҡыҫҡарған
Тикшереү ваҡыты ун тапҡырға ҡыҫҡарған

Өфөләге 3-сө бала табыу йортонда яңы күсмә  Mobildrive рентген аппараты  эшләй башланы. Ул юғары йышлыҡлы генератор менән йыһазландырылған. Универсаль ҡорамал һанлы форматта теләгән бер рентгенографик тикшереүҙе башҡара ала.

Был аппараттағы  тикшереү  ғәҙәттәге рентген-аппараттағы тикшереү менән сағыштырғанда ун тапҡырға тиҙерәк башҡарыла. Был сабыйҙарға нурланыш дозаһын һиҙелерлек кәметәсәк. Ҡорамал яҡшы сифатлы һүрәттәр бирә, аҙаҡ махсус программалар ярҙамында өҫтәмә эштәр башҡарырға мөмкин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото:  Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас