

Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың хәрби әҙерлек урындарынан яҡшы хәбәрҙәр килеүен дауам итә. Тағы ла өс пар рәсми рәүештә ир һәм ҡатын булырға ҡарар иткән.
Татарстандың баш ҡалаһы ЗАГС-ына Иглин районының Пятилетка ауылынан Вячеслав Савинкин һәм уның һөйгән ҡыҙы Наталья яҙылған. Ошонда уҡ Көҙәй ауылынан Инна һәм Андрей Ғималетдиновтарҙың да йәш ғаиләһе барлыҡҡа килгән. Тәүгеләрҙән булып йәштәрҙе район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова ҡотлаған. «Яңы өйләнешеүселәргә бәхет, мөхәббәт һәм татыулыҡ теләйбеҙ!» - тип яҙған ул социаль селтәрҙә.
Стәрлетамаҡ мэры Рөстәм Ғәзизов Һарытауҙа Андрей менән Гүзәлдең никахтарын теркәү хаҡында хәбәр итә. Никах теркәү тантанаһы ике көн эсендә ойошторолған. Был эштә республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре ярҙам иткән.
«Егеттәр тиҙерәк мөнәсәбәттәрен законлаштырһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыштыҡ. Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты менән берлектә барлыҡ ойоштороу мәсьәләләре хәл ителде. Андрей менән Гүзәлде никахтарын теркәүҙәре менән ҡотлайбыҙ», - тигән яҙыу ҡалдырған Рөстәм Ғәзизов.
Беҙ ҙә яңы тормош ҡорған йәш парҙарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Барлыҡ ауырлыҡтарҙы бергә үткәреп, киләсәктә бәхетле тормошта йәшәргә яҙһын!
Фото: "Башинформ".
Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-10-18/ta-y-la-s-ail-barly-a-kilde-2993449