Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
18 Октябрь 2022, 15:33

“Һағынып көтәбеҙ, ышанабыҙ, яратабыҙ”

Мобилизацияланған Сибай артистарының яҡындары менән һөйләштек. Улар кисерештәрен, йөрәк түрендәге иң изге теләктәрен еткерҙе.

“Һағынып көтәбеҙ, ышанабыҙ, яратабыҙ”“Һағынып көтәбеҙ, ышанабыҙ, яратабыҙ”
“Һағынып көтәбеҙ, ышанабыҙ, яратабыҙ”

Ошо көндәрҙә Сибай концерт-театр берекмәһе артистары баш ҡалабыҙҙың сәнғәт һөйөүселәрен шатландырҙы, тип хәбәр иткәйнек. Программа барышында Сибай филармонияһының мобилизацияланған артистары менән тура трансляция ла планлаштырылғайны. Техник ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм Башҡорт дәүләт академия драма театры хеҙмәткәрҙәренең берҙәм эшләүе һөҙөмтәһендә Сибай артистары уй-фекерҙәрен тормошҡа ашыра алды, һөҙөмтәлә яҡындары менән тура бәйләнешкә сыҡты.

Мәғлүм булыуынса, республикабыҙҙан мобилизацияланғандар әле Пензала, Һарытауҙа, Ҡазанда, Еланда (Волгоград өлкәһе) һәм Вольскиҙа (Һарытау өлкәһе) хәрби әҙерлек үтә. Республика властары урындарҙа хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре менән тығыҙ эш алып бара, шулай уҡ мобилизацияланғандарҙы хәрби әҙерлек урындарына уңайлы шарттарҙа алып барыу ойошторолдо. Билдәле булыуынса, Башҡортостандан хеҙмәткә алынған ир-егеттәр ҡатнашлығындағы видеоролик бөтә илде урап сыҡты һәм байтаҡ ватандаштарыбыҙ өсөн өлгө булды. Видеола — Сибай концерт-театр берләшмәһе артистары. Улар автобуста хәрби әҙерлек үтеү урындарына бара һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Донбассты немец фашистарынан азат иткән генерал Шайморатов тураһында йырҙы башҡара. Башҡортостан артистары, һис арттырыуһыҙ, сәйәсмәндәрҙе лә, алып барыусыларҙы ла, чиновниктарҙы ла хайран ҡалдырҙы. Улар тиҙ арала Рәсәй халҡы араһында популярлыҡ яуланы.

Хәҙерге ваҡытта Сибай артистары башҡа ватандаштары менән бергә Ҡазан ҡалаһы янындағы уҡыу полигонында. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үткән концертта беҙ мобилизацияланған Сибай артистарының яҡындары менән һөйләштек. Улар йөрәк түрендәге иң изге теләктәрен еткерҙе һәм тиҙерәк имен-һау ҡайтыуҙарын теләне. Беҙ ҙә ысын йөрәктән ҡушылабыҙ һәм һәр яугиргә именлек, һаулыҡ теләйбеҙ!

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас