

Бер көн Өфөнөң Комсомол урамында йәшәүселәр, ныҡ насар хәлдәге балкондарына тиҙ генә ремонт яһатырға уйлап, оҫталар саҡыртҡан. Эш башлаусылар көптө айырып ала башлағас, ысын мәғәнәһендә мөғжизәгә юлыҡҡан: унда бал ҡорттары кәрәҙ өйөп, бал йыйған булған!
Ҡайҙан осоп килеп бында юлыҡҡандарҙыр - ғәжәп! Был хәлде хужалар видеоға төшөрөп, социаль селтәргә һалған.
"Тиҙ генә ремонтлатырға уйлап, оҫталар саҡырғайныҡ. Балкон саҡ-саҡ тора кеүек. Күрәһең, бал ҡорттары ғына тотоп торғандыр", тип шаяртҡан хужа.
Ҡала уртаһында йыйылған бал бик тәмле булып сыҡҡан, уны ремонт эшләүселәр менән бүлешеп алдыҡ, ә ҡорттар ояларын ташлап ҡайҙалыр осоп китте, тип тә өҫтәгән улар. "Үҙем бал яратмайым, ә быныһы - балконда табылғаны - ныҡ тәмле булды", тигән был фатирҙа йәшәгән ҡатын.
Фото: "Новости Уфы и Республики Башкортостан" төркөмөндәге видеонан скриншот.