

Медицина календарендәге был иҫтәлекле көн сағыштырмаса яңыраҡ билдәләнә башланы. Бөтә донъя спирометрия көнө тураһында әйтеүебеҙ. Сирҙең иң иртә стадияларында тын алыу ағзаларындағы кәмселектәрҙе асыҡларға ярҙам иткән аныҡ диагностика ысулына иғтибарҙы йүнәлтеү, сирҙе ваҡытында еңеү өсөн көрәш башлау маҡсатында Спирометрия көнө булдырылған да инде.
Дөрөҫ тын алыу – Ер йөҙөндәге тереклектең йәшәүе өсөн төп шарттарҙың береһе. Үпкәнең һәм тын алыу системаһы ағзаларының сәләмәтлеге кеше именлегенең төп гаранты булып тора. Уларҙың аныҡ, берҙәм эшмәкәрлеге тормош сифатын билдәләй. Сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм тын алыу системаһының функциональ мөмкинлектәрен яҡшыртыуға иҫкәртеү саралары ярҙам итә. Үпкә көпшәһенең (бронх) обструктив патологияһын иртә осорҙа асыҡлауға кешеләрҙе йәлеп итеү мөһим. Был ауырыуҙың нигеҙендә ваҡ көпшәләрҙең хроник ялҡынһыныуы һәм тарайыуы ята, үпкә туҡымаһы зарарлана, шешенә, йүтәлләтә, тын ҡыҫыла, арыу-талсығыу барлыҡҡа килә. Үпкәнең хроник обструктив сире (ҡыҫҡаса уны ХОБЛ тип йөрөтәләр) – бик етди, йылдар дауамында аҙып, ауырыуҙы йонсотоусы, организмда кислород етешмәүе менән барыусы хәүефле ауырыу. Тейешле дауа булмағанда ул кешене инвалидлыҡҡа йәки үлемгә алып килә.
Сирҙең йыш осраған сәбәптәре араһында тәмәке тартыу ҙур урын алып тора. Тәмәке тартҡанда һулаған төтөн бронхтарҙы һәм үпкә туҡымаһын зарарлай, өҫтәүенә был зыянды кире ҡайтарып булмай. Ни тиклем оҙағыраҡ тартһағыҙ, шунса һаулығығыҙға күберәк зарар килтерәсәкһегеҙ. Зарарлы эш шарттары (шахтерҙар, иретеп йәбештереүселәр, металлургия һәм химия сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренә ҡағыла), көнкүреш шарттарында төтөн еҫкәү, экологик яҡтан имен булмаған шарттарҙа йәшәү шулай уҡ сиргә юлыҡтырыуы ихтимал. Ауырыуҙың тәүге үҫеш осоронда ул үҙен һиҙҙермәй, клиник билдәләр, ҡағиҙә булараҡ, оҙайлы ваҡыт тәмәке көйрәткәндәрҙә һиҙелә башлай.
Был хәүефле сирҙе диагностикалауҙың төп ысулы – спирометрия (тышҡы тын алыу функцияларын тикшереү).Тәүҙә эскә тәрән итеп тын алғандан һуң, аҙаҡ махсус спирометрға ныҡ итеп, ҙур ҡеүәт менән тынды сығарырға. Спирометр менән тоташтырылған компьютер һеҙ сығарған һауа күләмен һәм тиҙлеген үлсәйәсәк һәм анализлаясаҡ. Күрһәткестәр норманан тайпылғанда, табип һеҙгә дауа билдәләйәсәк. Бындай тикшеренеүҙәрҙе Сәләмәтлек үҙәктәрендә үтергә мөмкин.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.