

Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиевтең ижадын айырыуса гүзәл зат вәкилдәре ярата, хатта уға ғашиҡ булғандар ҙа күп икән. Әммә артист тик бер кешене генә яратыуын йәшермәй: ул - ҡатыны Ирина.
"Буласаҡ йәремде сәнғәт училищеһында уҡып йөрөгән йылдарҙа осраттым. Ул мин йәшәгән дөйөм ятаҡҡа әхирәте янына килгәйне. Бер күреүҙән үк уның ҡатыным буласағын аңланым. Ирина менән танышҡанда дуҫым менән инем. Шул саҡта унан: “Беҙҙең балалар Ирина кеүек бәләкәй генә буйлы булырмы икән, әллә миңә оҡшармы?” – тип һорап ҡуйҙым.
Ирина менән дүшәмбе танышһаҡ та, тәүге осрашыуҙы кесе йомаға ғына билдәләнем. Ниңә икәнен йылдар үткәс һөйләнем: шишәмбе көндө бер ҡыҙҙы, шаршамбы икенсеһен оҙатаһы бар ине. Ə бына кесаҙнала Ирина янына ҡыҙыл рауза тотоп килдем дә, шунан һуң айырылышманыҡ. Биш йыл осрашып йөрөгәндән һуң өйләнештек.
Бер уйлаһаң, биш йыл осрашыу бик оҙаҡ кеүек. Əммә бер-береңде ваҡыт менән һынап ҡарарға кәрәк. Йәштәргә лә шуны кәңәш итер инем. Өйләнеүгә еңел генә ҡарарға ярамай. Ҡоролған ғаиләләр тарҡалмаһын ине. Айырылышыу яҡшы күренеш түгел: кешенең яҙмышы боҙола, атай-әсәйҙәр өсөн ҙур стресс һәм башҡалар”, – тип һөйләгән Әнүәр Нурғәлиев бер әңгәмәһендә.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/anvarnurgaliev
Автор:Рәмилә Мусина
https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2022-10-14/y-yl-rauza-totop-kildem-d-2988403