

Республикабыҙ табиптары шоколад йомортҡаһы футлярын йотҡан сабыйҙың ғүмерен ҡотҡарған. Был татлы уйынсыҡтарҙы алып, балаларын шатландырырға теләгән өлкәндәрҙе аңларға була. Улар менән аҙыҡ-түлек магазиндары тулған.
Бәләгә тарыған сабыйға бер нисә генә ай булған. Йылайыр үҙәк район дауаханаһына шоколад йомортҡаһының пластик футлярын йотҡан сабыйҙы килтерәләр. Был хаҡта дауахананың баш табибы Илдар Хәмитов социаль селтәрҙә һөйләгән. Сабыйҙы дежур фельдшер ҡараған. Хәлдең бик етди булыуын аңлап, реаниматолог һәм хирургты саҡыртҡан. Табиптар өҫкө тын алыу юлдарынан пластик уйынсыҡты алып, баланың ғүмерен һаҡлап алып ҡалған. Илдар Хәмитов юлда сабыйы менән нимә эшләргә белмәй аптыраған әсәне күреп, уға ярҙамға килгән, икеһен дә дауаханаға илткән ҡатынға рәхмәт белдергән. Табип шулай уҡ уйынсыҡтарҙы файҙаланыу буйынса йәште сикләүҙең юҡҡа индерелмәүен, бәлә-ҡазаға юлыҡмау өсөн уларҙы ҡулланыу буйынса талаптарҙы мотлаҡ күҙәтеү кәрәклеген билдәләгән.
Фото:novostea.ru