Даирә
+23 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
14 Октября 2022, 11:26

Татыу ғаилә ил ҡото

Матур, берҙәм, тыуған төйәгендә ҡа­лып күркәм донъя ҡорған, башҡаларға өл­гө булып йәшәгән ғаиләләр һәр бер ауыл­да бар. Шуларҙың береһе Сахай ауылында йәшәүсе Рания һәм Радмир Хисамовтар.

Татыу ғаилә ил ҡотоТатыу ғаилә ил ҡото
Татыу ғаилә ил ҡото

Икеһе лә ошо ауылда тыуып үҫеп, бө­гөн­гө көндә тыуған төйәгенә тоғро ҡалып, унда йәшәйҙәр һәм хеҙмәт итәләр. Ауыл­ды яратыуҙары “тыуған ерҙәрендә төплә­нергә” тигән уртаҡ фекергә килтерә. Ра­ния Тәлғәт ҡыҙы Сахай урта мәктәбен та­мам­лағас, Ҡырмыҫҡалы ауылында Ауыр­ғазы күп функциялы колледжының бух­гал­тер курсын үтә. Һуңынан белемен ка­мил­лаштырып Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлай. Бөгөнгө көндә Мәскәү халыҡ-ара академияһында ситтән тороп белем ала. Әлегә сәләмәтлеге ҡаҡ­шау сәбәпле, өйҙә ултырырға мәжбүр. Бы­ға тиклем ул Сахай ауыл мәҙәниәт йор­тонда мәҙәни ойоштороусы булып эшләй. Был һөнәр эйә­лә­ренең эшмәкәрлегенән тыш йәмғиә­тебеҙҙең йәшәйешен, рухиәтен күҙ алды­на килтереүе лә мөмкин түгел. Халыҡтың мәҙәни ялын ойоштороу, төрлө саралар уҙғарыу буйынса мәҙәниәт өлкәһендә ҙур эштәр башҡарыла. Унда ул остазы, мәҙәни ойоштороусы Таһир Вил­данов менән ауылдың әүҙем, йыр-бейеүгә һәләтле­ләр­ҙе берләштереп, байрамдарға матур кон­церт­тар ҡуялар, төрлө конкурс­тарҙа ҡат­на­шалар. Көн менән төндө ялғап халыҡты тормош мәшәҡәттәренән арын­дырып, күңелдәренә рухи орлоҡ һалалар. Йәш быуындың һәләтен асырға булыш­лыҡ итәләр, ә инде ағинәйҙәр менән хал­ҡы­быҙҙың матур йолаларын тергеҙеп, һаҡ­лап, уларҙы артабан ижади үҫтереүгә барлыҡ көстәрен һалалар, сөнки йолала­рыбыҙҙа, халыҡ ижадында милли ҡим­мәт­тәр, мәҙәни хазиналар ята. Мәҙәниәт өлкәһендә бер аҙ эшләгәндән һуң, Рания Тәлғәт ҡыҙы 2019 йылдан Сахай ауыл Со­ве­тында йәштәр менән эшләү бүлегендә эшләй. Һәр ауылдың киләсәге, ҡото – йәш­тәрҙә. Шуға күрә йәштәрҙе төрлө са­ра­ларға йәлеп итеп, берҙәм булып эшләй­ҙәр, яңынан-яңы идеялар менән янып йә­шәй­ҙәр. Йәштәр менән бик әүҙем эш алып бара. Улар менән КВН-да ҡатнаша­лар. Әйткәндәй, быйыл район буйынса КВН ярышында беренсе урын алыуға ире­шә­ләр. Район йәштәр бүлеге ойошторған төрлө спорт ярыштарында, конкурстарҙа ҡатнашалар. Рания Тәлғәт ҡыҙы ҡайҙа ғы­на эшләһә лә эште бөтә күңелен биреп баш­ҡа­ра. Ойош­тороу һәләтенә таянып, һәр ерҙә эште яйға һала белә.

Өй хужаһы Радмир Фаил улы буй етке­реп, мәктәпте тамамлағас, Ауырғазы күп функциялы колледжында тракторсы һө­нә­рен үҙләштерә. Дуҫ-иштәре кеүек ҙур ҡала­ларҙы яуларға китмәй ул, үҙенең тыу­ған колхозында эшкә ҡала. Бына инде оҙаҡ йылдар Сахай ауыл Советы би­лә­мәһендә тракторсы булып эшләй. Ра­дмир Фаил улы тормош иптәше мәҙәниәт йортонда эшләгән осоронда төрлө яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа. Мәҫәлән, концерттар үт­кәр­гәндә ул тауыш операторы вазифаһын баш­ҡара. Шулай, бер ваҡыт концерт ва­ҡы­тында ул пульт өҫтәле артынан һикереп тороп тышҡа сығып йүгерә. Шул саҡта тамашасылар аптырауға ҡала, Баҡтиһәң, уға ауылда янғын сығыуы тураһында хә­бәр иткән булалар. Район янғын һүндереү хеҙмәттәре килеп еткәнсе янғындың күр­ше йортҡа күсеп өлгөрмәүенә булыш­лыҡ итә. Бына шулай Радмир үҙенең етеҙ­леге ме­нән янғынды тиҙ арала һүндереп өлгө­рә. Шулай итеп ул һәр ваҡыт ауыл пробле­маларының алғы һыҙығында була. Уның эше менән ауыл халҡы бик ҡәнәғәт һәм рәхмәтле.

Хисамовтар тырышып тормош көтә­ләр, шуға ла донъялары матур, ырыҫлы. Ҡура тул­тырып мал-тыуар аҫрайҙар, баҡса үҫтерә­ләр, яратҡан, килем килтергән эш урын­дары бар, ауылдың йәмәғәт тормо­шонан да ситтә ҡалмайҙар. Иң мөһиме, йәшәү­ҙәренең йәме, мәғәнәһе булып дүрт бала­ла­ры үҫеп килә. Уларға матур тәрбиә бирергә тырышалар. Берҙәм, та­тыу ғаилә донъяны бергә тартып, шатлыҡ-ҡайғы­ларҙы уртаҡ бүлешеп йәшәй. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти халыҡ мәҡәле. Хисамовтарҙың бала­ла­ры ла үҙҙә­ренә оҡшап эшһөйәр, ярҙам­сыл, итә­ғәтле, тәүфиҡлы, аҡыллы булып үҫәләр. Атайҙары эштә саҡта, малайҙар мәктәп­тән ҡайтҡас әсәйҙәренә кәртә-ҡура тирә­һендә яр­ҙам­лашалар. Бесән эшләү, утын алып ки­леү һәм башҡа төрлө ауылдың бөтмәҫ эштә­рендә ата-әсәнең уң ҡулдары, ныҡлы ярҙамсылары ла улар. Мәктәптә лә һынат­майҙар, яҡшы уҡыуҙары менән ата-әсәләрен ҡыуандырып торалар. Бынан тыш, ҙур ҡыҙҙары Эльвина 10-сы класта, Валера 8-се класта, Инсаф 5-се класта һәм Ис­лам 2-се класта уҡый. Эльвина тик яҡшы билдәләренә генә өлгәшә. Сахай урта мәк­тә­бенең 11-се класын тамамлап һайлаған һөнәре буйынса уҡыу йортона инергә ниәтләнә. Ул кескәй саҡтан уҡ донъяла иң изге һөнәрҙәрҙең береһе - табип булыр­ға хыяллана. Ә малайҙар әлегә тормош юлын һайлау алдында торалар.

Валера ағасты киҫеп эшләү буйынса Нәзирә Ғәләүетдинова алып барған “Ағас­ты киҫеп эшләү” берекмәһенә йө­рөй икән. Оҫталыҡ дәрестәрендә эшләгән сувенирҙарын яҡындарына байрамдарҙа бүләк тә иткән. Әле ҡустыһы Инсаф та ошо түңәрәктә шөғөлләнә башлаған. Ул быға тиклем ағасты көйҙөрөп биҙәк төшөрөү түңәрәгенә лә йөрөгән.

- Минең әсәйем ун ике балалы ишле ғаиләлә үҫкән. Ә үҙебеҙҙең ғаиләлә ҡус­тым менән икәү генә булғанға, кейәүгә сыҡ­ҡас ғаиләм ишле буласаҡ, тип уйлай торғайным. Күмәк балалы ғаиләлә бала­лар бер-береһенә ярҙам итеп, терәк булып үҫәләр,- ти Рания.

Әйткәндәй, Ранияның әсәһе Нурия Шәрәфетдин ҡыҙы Рәхимҡолова ҡыҙы­ның ғаиләһе менән берҙәм, татыу булып бергә ғүмер кисерә. Балалар өләсәй наҙына, хәстәренә төрөнөп кенә йәшәй­ҙәр. Нурия апай ҡыҙы менән кейәүенә лә ныҡлы терәк булып тора, фатихаһын биреп ултыра.

Көндәлек тормош мәшәҡәттәренә ҡа­ра­маҫтан, был ғаиләлә яратыу һәм татыу­лыҡҡа нигеҙләнгән бәхет һәм йән тыныс­лығы хөкөм һөрә. Эшһөйәр, маҡсатҡа ынтылышлы, тырыш-бөтмөр Хисамовтар ғаиләһенә уңыш-шатлыҡтар, муллыҡ, күңел күтәренкелеге юлдаш булһын.

Фирүзә Рәхмәтуллина.

Автор фотоһы.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас