Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
14 Октябрь 2022, 11:06

Тәмле-татлы аҙыҡмы, әллә сәләмәтлекме?

Ашауҙың һаулыҡҡа йоғонтоһо.  

Тәмле-татлы аҙыҡмы, әллә сәләмәтлекме?Тәмле-татлы аҙыҡмы, әллә сәләмәтлекме?
Тәмле-татлы аҙыҡмы, әллә сәләмәтлекме?

Көн һайын магазиндан тәмле-татлы, әммә йыш ҡына сәләмәтлегебеҙ өсөн файҙаһы булмаған аҙыҡ-түлек һатып алабыҙ, шул уҡ ваҡытта һау булырға теләйбеҙ. Тик сәләмәтлек, матурлыҡ өсөн ниндәйҙер һый-ниғмәттән баш тартырға кәрәкме? Ниндәй аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирергә? Был хаҡта белгестәрҙең фекере нисек?

Мәҫәлән, өҫтәлебеҙҙә даими булған шәкәрҙе алайыҡ. Уны ашауҙан туҡтаһаҡ, беренсе аҙнала уҡ тән ауырлығы бер килограмдан ашыуға кәмей, йәғни углеводтар тотҡарлаған һыу организмдан китә. Икенсе аҙнала тән тиреһе яҡшыра, мәҫәлән, кешенең йөҙө күҙгә күренеп матурая. Тәм-том ашауҙан туҡтағандан һуң бер ай үтеүгә, тән тиреһе тығыҙлана һәм целлюлит юҡҡа сыға.

Шәкәрҙең бит тиреһенә генә түгел, тәндең бар өлөштәренә лә кире йоғонто яһағанын оноторға ярамай. Шуға татлы, газлы эсемлектәрҙе эсеүҙе туҡтатҡандан һуң, биттәге һытҡылар 87 процентҡа кәмей, ти белгестәр.

Йәнә көндәлек рациондан күмәс-икмәкте кәметһәк, тән тиреһе тағы ла яҡшыра, сөнки эсәктәрҙәге төрлө бактерияларҙың үҫеше кәмей.

Икмәк-күмәстән баш тартҡан беренсе аҙнала уҡ биттәге камедондар кәмей. Өҫтәүенә, аҡ икмәкте аҙ ашау тән ауырлығының да кәмеүенә килтерә.

Тағы тоҙҙо ла артыҡ күп ашарға ярамай, сөнки ул, адсорбент булараҡ, тәндең шешенеүенә булышлыҡ итә. Һөҙөмтәлә организмда артыҡ һыу йыйыла. Белгестәрҙең әйтеүенә ҡарағанда, көнөнә 11 грамдан артыҡ тоҙ ҡулланырға ярамай.  

Ә бына алкоголле эсемлектәр менән бөтөнләй мауыҡмау тотош организмға ыңғай йоғонто яһай. Бауыр, баш мейеһе, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм нервылар яйға һалына. Айыҡ тормош алып барыу кешенең йөҙөндә лә сағылыш таба: ул сәләмәт күренә, шешектәр булмай, бәләкәй һырҙар ҙа юҡҡа сыҡҡандай тойола. Тағы алкоголле эсем­лектәрҙең нәфсене арттырыуы һөҙөмтә­һендә кеше артығын ашауы ихтимал. Бынан һуң һимереү ҙә оҙаҡ көттөрмәҫ.

Көн һайын иртән йоҡонан уянғас, сәй йәки ҡәһүә урынына бер стакан һыу эсергә кәрәк, тигән фекерҙә табиптар. Ул да тән ауырлығын кәметеүгә булышлыҡ итә икән. Артабан, 45 минут үткәс кенә, иртәнге аш кәңәш ителә. Ошонан һуң ике сәғәт дауамында бөтөнләй ризыҡланмау яҡшы.

Иртән эселгән бер стакан һыу эсеп һәм сама менән ашап, кеше артыҡ тән ауырлығынан ҡотола ала. Ошо ҡағиҙәләр үтәлгәндә, организмда шәкәр кимәле, артериаль ҡан баҫымы яйға һалына. Бынан тыш, Японияның Медициналар ойошмаһы (JMA) хәбәр итеүенсә, был иртәнге процедура организмдан токсиндарҙы сығара, үҙәк көйөүенән ҡотолдора, метаболизм процесын шәбәйтә.

Көн һайын бер кишер ашау йөрәк өйәнәге ихтималлығын кәметә. Был йәшелсәнең күҙ өсөн дә файҙаһы ҙур икәнлеген онотмайыҡ. Һарымһаҡ һыуыҡ тейеүгә ҡаршы яҡшы дауа. Инфекцияларҙы булдырмау өсөн көнөнә ике бүлкәт ашарға тәҡдим ителә. Ул бактерияларға, вирустарға һәм микробтарға ҡаршы ҡулланыла. Йәнә һуған ҡандағы холестерин кимәлен төшөрә. Йөрәк өйәнәге һәм яман шешкә ҡаршы яҡшы дауа була ала. Көн һайын бер алма ашау эсәк яман шешенә ҡаршы һәйбәт дауаға әйләнер. Уның мейе һәм һөйәктәр өсөн кәрәк булған матдәләргә бай булыуын һәр кем беләлер, моғайын. Был емештәге С витамины йөклө ҡатындар өсөн бигерәк тә файҙалы.

Үрҙә әйтелгәндәрҙе үтәргә тырышһаҡ, һаулығыбыҙҙы нығытыуға етди аҙым яһайбыҙ тигән һүҙ. Әлбиттә, төрлө ғәҙәттәрҙән, шул иҫәптән тәм-том ашауҙан тыйылыу еңел түгел. Шулай ҙа сәләмәт, тулы ҡанлы тормош алып барыу, матур булыу өсөн былар бик кәрәк.

Айһылыу НИЗАМОВА

Фото:culture.ru

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-10-14/t-mle-tatly-a-y-my-ll-s-l-m-tlekme-2989635

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас