Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
14 Октябрь 2022, 11:53

Аяҡ һыҙлағанда-лавр япрағы

Бының өсөн өс ҡап лавр япрағы алырға кәрәк.

Аяҡ һыҙлағанда-лавр япрағыАяҡ һыҙлағанда-лавр япрағы
Аяҡ һыҙлағанда-лавр япрағы

Бының өсөн өс ҡап лавр япрағы алырға кәрәк. Уның береһен 10 литрлыҡ биҙрәләге һыуға һалып, ҡайнатып сығарығыҙ. Һыуҙы аяҡтар бешмәҫлек булғансы һыуытығыҙ һәм 20 минут дауамында аяҡтарҙы ошо һыуҙа тотоғоҙ. Унан йылы ойоҡтар кейергә кәрәк.
Һыуҙы түгергә ашыҡмағыҙ. Икенсе көндә ошо уҡ һыуға икенсе ҡаптағы лавр япрағын һалып ҡайнатырға һәм кисәгесә аяҡты 20 минут тығып ултырырға кәрәк.
Өсөнсө ҡапты ла ошолай уҡ ҡулланырға.
Бындай дауаны ярты йыл һайын ҡабатларға мөмкин.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас