Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
14 Октябрь 2022, 06:10

2023 йылда эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсиялары күләме инфляциянан юғарыраҡ индексланасаҡ

Бының турала РФ хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Андрей Пудов белдергән, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы.

2023 йылда эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсиялары күләме инфляциянан юғарыраҡ индексланасаҡ2023 йылда эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсиялары күләме инфляциянан юғарыраҡ индексланасаҡ
2023 йылда эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсиялары күләме инфляциянан юғарыраҡ индексланасаҡ

Киләһе йылда эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсиялары инфляциянан 2,6 процент пунктҡа юғарыраҡ индексланасаҡ. Бының турала Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты ултырышында РФ хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Андрей Пудов белдергән, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы.

«Фонд бюджетының формалашҡан сығымдары 2023 йылдың 1 ғинуарынан һәм 2024 йылда эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсиялары күләмен уртаса алғанда 1 мең һумға арттырырға мөмкинлек бирә. Был 2022 йылдың 1 июнендә үткәрелгән индекслауҙы иҫәпкә алып пенсияның инфляция кимәленән артыуын тәьмин итә. Һөҙөмтәлә бергә ҡушылған индексация инфляциянан 2,6 процент пунктҡа артасаҡ«, — тип еткерә чиновниктың фекерен РИА Новости.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-10-14/razmer-pensii-nerabotayuschih-pensionerov-v-2023-godu-proindeksiruyut-vyshe-inflyatsii-2988606

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас