Бөгөн иртән Асҡар-Ҡужан-Таштимер юлының 13-сө саҡрымында "Лада Ларгус" менән "Лада Гранта" бәрелешкән. "Ларгус" водителенең әйтеүенсә, күңелһеҙ хәлгә йылҡы өйөрө арҡаһында тарыған: аттар ҡапыл юлға килеп сыҡҡас, уларға бәрелмәҫ өсөн рулде ситкә борған... Тап шул мәлдә ҡаршы һыҙаттан "Лада Гранта" килгән булған...
Авария һөҙөмтәһендә кешеләр ҙә, аттар ҙа зыян күрмәгән, шөкөр. Ә бына машиналар ярайһы ғына йәмшәйгән...
Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.
Фото: БР ЮХХДИ.
Автор:Баныу Ҡаһарманова